Шағирә, яҙыусы, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы, "Тәбиғәт йәне" Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы ЯҠУПОВАның ижадынан алынған ЙОМАҠТАР КОНКУРСЫ тамам!
Йомаҡтарға иң күп яуапты Ейәнсура районының Башҡорт Үргене мәктәбе уҡыусыһы Элиза Сөләймәнова һәм Учалы районының Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ лицейынан Нәргизә Шәмиғолова табып ебәргән!
Конкурс еңеүселәребеҙҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ! Афарин!
Гөлнур апайҙың башҡорт һәм урыҫ телендә сыҡҡан “Тәбиғәттә ҡунаҡта” автографлы китаптары һәм "Аманат" журналының рәхмәт кәлимәләре Ейәнсура һәм Учалы тарафтарына юллана!
(Конкурс тураһында тулыраҡ: https://vk.com/amanatrb?w=wall-41010454_48380_r48388 )
“Аманат” журналы мөхәрририәте.