Еңеүселәребеҙгә – бүләктәр!
Учалы районының Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ лицейы уҡыусылары “Аманат”ты яратып уҡый, уның төрлө конкурстарында әүҙем ҡатнаша.
“Аманат”тың “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә үткәрелгән йомаҡтар конкурсы еңеүсеһе Нәргизә Шәмиғолова һәм “Аманат” журналына 2023 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылып, “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашыусы һәм еңеүсеһе Айнур Мөхәммәтов бүләктәрен алды.
Афарин, ураҙҙар!
Киләсәктә лә “Аманат”тан айырылмаҫҡа, уның конкурстарында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!