+24 °С
Ямғыр
Конкурстар
18 Октябрь 2023, 11:03

“Хөрмәтле уҡытыусым” конкурсының еңеүселәре билдәләнде!

5 октябрь – Халыҡ-ара уҡытыусы көнөн билдәләнек! Ошо матур байрамға арнап, “Аманат” журналы редакцияһы “Хөрмәтле уҡытыусым” тип исемләнгән өр-яңы конкурс иғлан иткәйне. Конкурсыбыҙ тамам. Иң күп тауыш йыйып, Әбйәлил районының Аһылай мәктәбе уҡытыусыһы Мөсәлиә Һиҙиәт ҡыҙы Зәйтүнова еңеп сыҡты. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! 

“Хөрмәтле уҡытыусым” конкурсының еңеүселәре билдәләнде!“Хөрмәтле уҡытыусым” конкурсының еңеүселәре билдәләнде!
“Хөрмәтле уҡытыусым” конкурсының еңеүселәре билдәләнде!

“Аманат” журналы йыл һайын, Уҡытыусы көнө айҡанлы, интернет-төркөмөндә Уҡытыусылар көнөнә арнап, конкурс иғлан итә. Быйыл да ошо традициябыҙға тоғро ҡалып, йөрәктән сыҡҡан мөлдөрәмә хис-тойғоларыбыҙҙы, түкмәй-сәсмәй, яратҡан уҡытыусыларыбыҙға юлланыҡ.

Был конкурста уҡытыусының үҙенең, йәки уҡыусылар менән бергә төшкән фотоһын һәм яратҡан уҡытыусылар тураһындағы ҙур булмаған мәҡәләне #конкурс_хөрмәтлеуҡытыусым

хештегын ҡуйып, үҙегеҙҙең стенағыҙға урынлаштырыу шарт ине.

Конкурс эштәре – мәҡәләләр йыйыу – 12 октябрҙә тамамланды. Ә 12-18 октябрҙә тауыш биреү юлы менән еңеүсене билдәләнек.

Иң күп тауыш йыйып, Әбйәлил районының Аһылай мәктәбе уҡытыусыһы Мөсәлиә Һиҙиәт ҡыҙы Зәйтүнова еңеп сыҡты. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Конкурстың шарттары буйынса, Мөсәлиә Һиҙиәт ҡыҙы тураһында мәҡәлә авторы, Әбйәлил районының Аһылай мәктәбенең 6-сы синыфы уҡыусыһы Яҙгөл Аҙнабаева “Аманат” журналының Маҡтау билдәһе һәм иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды, ә еңеүсе тураһында мәҡәлә “Аманат” журналында донъя күрәсәк.

Тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәребеҙҙе еткерәбеҙ: еңеүсенән тыш күп тауыш йыйған тағы 4 уҡытыусы тураһында мәҡәлә авторҙарын Рәхмәт кәлимәләре менән дәртләндерергә ҡарар иттек. Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ!
Шулай уҡ конкурста әүҙем ҡатнашыусы дуҫтарыбыҙҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Донъяла оло хөрмәткә лайыҡ иң изге кешеләребеҙ –  Уҡыусыларыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ауыр, ләкин маҡтаулы эштәрендә ҙур уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ!

 

“Аманат”тар. 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас