+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Ноябрь 2023, 16:58

“Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!”

Ишембай районының Кинйәбулат мәктәбенә “Аманат”лы осрашыу булды. "Мәғариф" милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты буйынса белем усағында “Үҫеш нөктәһе” үҙәге ойошторолған был шәп уҡыу йортон рухлы шәхес Шайморат Сәйфулла улы Ғиниәтуллин етәкләй.

“Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!”
“Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!”

“Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!”

 

Ишембай районының Кинйәбулат мәктәбенә “Аманат”лы осрашыу булды.

2022 йылдың йәйендә мәктәптә капиталь ремонт эшләнгән. Балалар хәҙер яҡты, күркәм, йылы бинала рәхәтләнеп белем ала. "Мәғариф" милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты буйынса белем усағында “Үҫеш нөктәһе” үҙәге ойошторолған. Был шәп уҡыу йортон рухлы шәхес Шайморат Сәйфулла улы Ғиниәтуллин етәкләй.

 

“Аманат” журналы Кинйәбулат мәктәбе уҡыусыларына яҡшы таныш. Журналда һәм интернет төркөмдәрҙә барған төрлө конкурстар, ғөмүмән, журналдың үҙе менән яҡындан танышыу уҡыусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы булғандыр. Уҡыусылар, уҡытыусылар коллективы 2024 йылға журналға дәррәү яҙылып, “Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылырға, “Аманат”тың төрлө конкурстарында әүҙем ҡатнашырға тигән изге уйҙа ҡалды.

 

Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

“Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!”
“Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!”
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: