+24 °С
Ямғыр
Конкурстар
7 Ноябрь 2023, 12:29

Рөстәм Нәбиевтың ҡыҙы - конкурс еңеүсеһе!

София Мәскәүҙә уҙған матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы!

Рөстәм Нәбиевтың ҡыҙы - конкурс еңеүсеһе!Рөстәм Нәбиевтың ҡыҙы - конкурс еңеүсеһе!
Рөстәм Нәбиевтың ҡыҙы - конкурс еңеүсеһе!

Рөстәм Нәбиевтың ҡыҙы - конкурс еңеүсеһе!

София Мәскәүҙә уҙған матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы!

 

Үткән аҙнала Мәскәүҙә бер юлы бер нисә матурлыҡ конкурстары үтте - “Берҙәмлек һылыуҡайы”, “Мисс Европа”, «Мисс Азия» и «Little Мисс мира».

Башҡортостандан алты гүзәл зат был конкурстарҙа ҡатнашҡан. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса республикабыҙға Мәскәүҙән төрлө йәш категорияларында алты таж ҡайтты.

Ҙур мода конкурсында Рөстәм Нәбиевтың София исемле ҡыҙы ла ҡатнашҡан.
“Софияның беренсе ҙур сығышы. Ҡыҙыбыҙ шундай ҙур конкурсҡа беренсегә сыҡты. Өс көн буйы барҙы был алыш. Мин уның кеүек йәшемдә, ҡыҙым кеүек үҙемде ышаныслы тота ла алмаҫ инем. Ә ҡыҙым ҡатнашып ҡына ҡалманы, ә Гран-при алды! Сикһеҙ ғорурланабыҙ!

Әминәбеҙ ҙә күңелһеҙләнеп ятманы каникулда. Ул өләсәһендә ял итте.

Әйткәндәй, балаларыбыҙ беҙҙән ҡыйыуыраҡ булып үҫә!” – тип яҙған Рөстәм Нәбиев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Рөстәм Нәбиевтың ҡыҙы - конкурс еңеүсеһе!
Рөстәм Нәбиевтың ҡыҙы - конкурс еңеүсеһе!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас