+24 °С
Ямғыр
Конкурстар
14 Ноябрь 2023, 07:26

“Аманат”лы булдыҡ!

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы! Әбйәлил районы Байым урта мәктәбенең 3-сө синыф уҡыусылары ҡайнар сәләмдәрен юллай. Дуҫ һәм татыу синыфыбыҙ менән 2024 йылға яратҡан “Аманат”ҡа яҙылдыҡ!

“Аманат”лы булдыҡ!“Аманат”лы булдыҡ!
“Аманат”лы булдыҡ!

“Аманат”лы булдыҡ!

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы! Әбйәлил районынан "Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәренә ҡайнар сәләмдәр ебәреп, хат яҙа Байым урта мәктәбенең 3-сө синыф уҡыусылары.

Беҙҙең уҡыуҙарыбыҙ бик яҡшы бара.   Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашабыҙ. Төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә өлгөрәбеҙ. Синыфыбыҙҙа дуҫ һәм татыу 18 бала уҡый. Бына беҙ дәррәү генә, бөтөн синыфыбыҙ менән  2024 йылдың беренсе ярты йылына яратҡан “Аманат”ыбыҙға бөтөн синыф менән яҙылдыҡ та инде! “Аманат” менән бергә уҡыуы ла күңелле. Конкурстарында ҡатнашыу – беҙгә уҡыуҙа ла дәрт өҫтәй!

Бөтөн квитанцияларыбыҙҙы ла хат аша ебәрәбеҙ. Журнал иғлан иткән “Яҙыл да бүләк от!” конкурсында ҡатнашыу өсөн. Бәлки бүләктәрен дә оторбоҙ.

“Аманат”ҡа ҙур уңыштар теләйбеҙ! Журнал уҡыусылары күп, дуҫтары тоғро булһын!

Әбйәлил районы Байым урта мәктәбенең 3-сө синыф уҡыусылары исеменән, синыф етәксеһе Таңсулпан Мөбәрәк ҡыҙы Ғабдуллина.

“Аманат”лы булдыҡ!
“Аманат”лы булдыҡ!
“Аманат”лы булдыҡ!
“Аманат”лы булдыҡ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас