+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Декабрь 2023, 16:31

Остазым

Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусылары шиғырҙар ижад итергә ярата. Етәкселәре : Йәлилова Розалия Әхмәт ҡыҙы. Һеҙҙең иғтибарға шиғри "күстәнәс" тәҡдим итәбеҙ!

Остазым
Остазым

Ауырғазы районы ,

Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының

2-се синыф уҡыусылары  ижады 

Етәкселәре : Йәлилова Розалия Әхмәт ҡыҙы

 

       Уҡытыусым

Көн дә киләм мәктәбемә,

Ҡаршылай уҡытыусым.

Дәреслек  алам ҡулыма,

Ярҙамсым- уҡытыусым.

Ауыр белем  донъяһында

Уҡырға ул өйрәтә.

Уҡытыусым, һиңә рәхмәт,

Биргән белемдәреңә!

                    Сулпан Ғәлиуллина

 

Маяҡ кеүек

Уҡытыусым! Маяҡ кеүек,

Яҡты юлды күрһәттең.

Һандарҙы ла, хәрефте лә,

Һин бит миңә өйрәттең.

Белем ишектәрен асып,

Беҙҙе алға әйҙәнең,

Яғымлы ла, һөйкөмлө лә үҙең.

Һөйөү тулы йөрәгең!

                 Ғималдинов Айхан.

 

 

     Остазыма

Минең остазым,
 Күктәге   йондоҙом!
 Ғилем  илен күрһәтеүсе,
 Наҙлап белем биреүсе!
 Аҡыллы кәңәш менән,
 Тәрбиә, аң өрөүсе!

Тирә-йүнгә нур сәсеп,

Фән тауына әйҙәүсе.
 

Таһир Рәхимов

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: