+24 °С
Ямғыр
Конкурстар
29 Ғинуар 2024, 10:59

Сынбулат – даланлы егет!

Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан Сынбулат Тәхәүев  “Яҙыл да бүләк от!” уйынында еңеп, "Аманат"тың да һәм "Йәншишмә"нең дә ВЕЛОСИПЕДын отто.

Сынбулат – даланлы егет!Сынбулат – даланлы егет!
Сынбулат – даланлы егет!

Сынбулат – даланлы егет!

 

Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан Сынбулат Тәхәүев 2023 йылда “Аманат” журналына яҙылып, “Яҙыл да бүләк от!” уйынында еңеп, ВЕЛОСИПЕД отҡайны. Белеүегеҙсә, йылына ике тапҡыр, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында, редакция үҙенең “Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәренә төп приз – велосипед уйната.

Сынбулатҡа быйылғы йылда ла бәхет йылмайҙы – ул “Йәншишмә”нең дә велосипедын отто!

Бына шулай, егеттәр, ҡыҙҙар! “Аманат”, “Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаларын алдырып, уҡып барһаң, һеҙ ҙә Сынбулат кеүек шәп бүләкле булырһығыҙ.

Шулай уҡ “Аманат”тың төрлө конкурстарында, уйындарында ҡатнашып тороғоҙ. Иҫтәлекле бүләктәр ҙә оторһоғоҙ.

Сынбулат “Аманат”лы ла, велосипедлы ла:  ”https://amanat.su/news/novosti/2023-07-20/synbulat-amanat-a-ya-yl-an-m-velosiped-ot-an-3348151

 

Сынбулат кеүек һеҙ ҙә “Аманат”лы, даланлы булығыҙ! 

Сынбулат – даланлы егет!
Сынбулат – даланлы егет!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас