Беҙ, Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбенең 1 класс уҡыусылары.Тирә-яғыбыҙҙағы донъя дәресендә "Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар" темаһын өйрәндек.Беҙгә уҡытыусы апайыбыҙ өйгә эш итеп ҡоштарға тағараҡтар эшләргә ҡушты.Беҙ, ата-әсәйҙәребеҙ менән ҡатырғанан, пластик һауыттарҙан тағараҡтар эшләп, өй эргәһендә баҡсалағы ағастарға элеп, ем һалып ҡуйҙыҡ. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙы еңеп сығыуы ҡоштарға еңелерәк булыр, тип уйлайбыҙ.