+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Февраль , 16:22

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС! “АМАНАТ”ҠА – 95!  #Аманатҡа95йәш  Хөрмәтле дуҫтар! Март айында яратҡан “Аманат” журналыбыҙ нәшер ителә башлауға 95 йыл тула! Һеҙгә ошо матур датаны һөйөнсөләп, өр-яңы КОНКУРС иғлан итәбеҙ!

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

“АМАНАТ”ҠА – 95!

 #Аманатҡа95йәш 

Хөрмәтле дуҫтар! Март айында яратҡан “Аманат” журналыбыҙ нәшер ителә башлауға 95 йыл тула! Һеҙгә ошо матур датаны һөйөнсөләп, өр-яңы КОНКУРС иғлан итәбеҙ!

Байрам булғас, байрам булһын: конкурс эштәре тик “Аманат” журналына бағышланасаҡ.

Шуға ла һеҙҙән “Аманат”лы шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, фотолар, һүрәттәр, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең “Аманат” менән бәйле хәтирәләрен, иҫтәлектәрен көтөп ҡалабыҙ. Конкурс эштәрегеҙҙе 6-20 февралгә тиклем,  #Аманатҡа95йәш

хештегы аҫтында үҙ сәхифәгеҙгә урынлаштырығыҙ, йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Исем-шәрифтәрегеҙҙе, ҡала, район, ауыл исемдәрен яҙырға онотмағыҙ.

Иң яҡшы тип табылған конкурс эштәре алдағы һандарҙа “Аманат” журналы биттәрендә донья күрәсәк. Шулай уҡ был эштәрегеҙ автоматик рәүештә “Амагнат”тың шиғриәт, сәсмә әҫәрҙәр, фотоконкурс, һүрәттәр йыллыҡ конкурстарыбыҙҙа ҡатнашыу бәхетенә эйә буласаҡ.

“Аманат”тың 95 йыллыҡ юбилейын бергәләп ҡаршыларға һәм барығыҙҙы ла конкурсыбыҙҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Йәш сикләүҙәре юҡ.

Еңеүселәрҙе “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә!

 

 “Аманат”лы булығыҙ! “Аманат”тың тарихында ҡалығыҙ!

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: