Тәбиғәткә һөйөү бала күңеленә бәләкәйҙән һалына.Һәр бала тәбиғәткә ярҙам итергә кәрәклекте бик яҡшы аңлай.
Иҫке Монасип урта мәктәбенең башланғыс класс уҡыусыларына ҡоштар өсөн тағараҡтар яһап алып килергә ҡушҡас,балалар шатланып риза булдылар.Кемуҙарҙан үҙҙәренең күңел йылыһын биреп эшләгән тағараҡтарын алып килеп тә бөттөләр.Мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Йыһанурова Марина Рафаил ҡыҙы уҡыусыларға ҡоштар тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе,йомаҡтар ҡойҙо,уҡыусыларҙың белемдәрен дә тикшереп алды.Балалар ҡоштар тураһында бик күп беләләр икән.Класс сәғәтенән һуң уҡыусылар береһенән- береһе үҙенсәлекле тағараҡтарын тотоп фотоға төштөләр һәм килтергән емдәрен һалып,мәктәп ихатаһында үҫкән ағастарға элеп тә ҡуйҙылар.
Афарин,уҡыусылар!
Тәбиғәтте яратыуығыҙ,ярҙам итергә әҙер булыуығыҙ һоҡландыра. Һәр саҡ шулай тәбиғәт йәнле булып ҡалығыҙ!
Әйткәндәй, Динир һәм Әмир Ҡотлобаевтар үҙҙәренең тағараҡ эшләү барышын видеоға төшөрөп тә ҡуйғандар.
Афарин,егеттәр!
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Әмирханова Вәсилә Әбүкарам ҡыҙы.