Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ беҙгә наҙлы, моңло йырҙарын бүләк итеүҙән тыш, Ер шарын төрлө ҡоротҡостарҙан таҙарта, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлай. Уҡыусыларыбыҙ быны аңлап, ҡоштарға ихлас күңелдән ярҙам итергә тырышыуҙары, шатлыҡлы күренеш. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә, ыжғыр бурандарҙа ҡошсоҡтар балалар эшләгән тағараҡтағы емдәрҙе ашап ҡыуанды. Хәмиҙҙуллина ЭЛЬВИРА Иҫке Бәпес мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы. #ҡоштарға_тағараҡтар2024