+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Февраль , 14:03

#Аманатҡа95йәш

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Түбәндәге исемлектәге еңеүселәребеҙ “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәләренә һәм иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булды:

#Аманатҡа95йәш
#Аманатҡа95йәш

 #Аманатҡа95йәш 

Март айында беҙҙең яратҡан “Аманат” журналы нәшер ителә башлауға 95 йыл тула! Ошо матур датаны һөйөнсөләп, “Аманат” өр-яңы КОНКУРС иғлан иткәйне. Конкурс эштәре тик “Аманат” журналына бағышланырға тейеш ине.

#Аманатҡа95йәш хештегы аҫтында барлыҡ эштәрҙе лә ҡабул иттек. Иң яҡшылары  киләһе һандарҙа “Аманат” журналы биттәрендә донья күрәсәк. Шулай уҡ был эштәр автоматик рәүештә “Аманат”тың шиғриәт, сәсмә әҫәрҙәр, фотоконкурс, һүрәттәр йыллыҡ конкурстарыбыҙҙа ҡатнашыу бәхетенә эйә буласаҡ.

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Түбәндәге исемлектәге еңеүселәребеҙ “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәләренә һәм иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булды:

 

-Таһир Рәхимов, Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе. (Етәксеһе Розалия Әхмәт ҡыҙы Йәлилова);

-Амелия Нуpетдинoва, Белopет pайoнының  Шығай мәктәбе уҡыусыһы;

-Юлиә Карасова, Сибай күп йүнәлешле профессиональ колледжы студенткаһы;

-Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. (Тәрбиәселәре Резедә Салауат ҡыҙы Мөхәмәтшина);

-Әлиә Нуритдинова, Белорет районының Шығай мәктәбе уҡыусыһы;

-Иҙел Нуpетдинoв, Белopет pайoнының Шығай мәктабе уҡыусыһы.

Афарин! Дуҫтарыбыҙға киләсәктә тағы ла мулыраҡ уңыштар теләйбеҙ!

“Аманат”тың 95 йыллыҡ юбилейын бергәләп ҡаршыларға, “Аманат”лы булырға саҡырабыҙ!

 

 

 

 

 

 

 

 

#Аманатҡа95йәш
#Аманатҡа95йәш
#Аманатҡа95йәш
#Аманатҡа95йәш
#Аманатҡа95йәш
#Аманатҡа95йәш
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: