+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Февраль , 09:12

Иң ҡәҙерлем - әсәйем

Әсәй-минең өсөн иң ҡәҙерлеһе. Ул миңә ғүмер бүләк иткән. Тәү тапҡыр атларға, өндәр әйтергә өйрәтеүсе лә әсәкәйем. Мин уны бик яратам. Исеме лә бик матур - Сулпан. #ҠотлайымАманатта

Иң ҡәҙерлем - әсәйем
Иң ҡәҙерлем - әсәйем

Әсәй-минең өсөн иң ҡәҙерлеһе. Ул миңә ғүмер бүләк иткән. Тәү тапҡыр атларға, өндәр әйтергә өйрәтеүсе лә әсәкәйем. Мин уны бик яратам. Исеме лә бик матур - Сулпан.
Әлеге ваҡытта ашнаҡсы булып эшләй. Эшһөйәр ул, бер минут та тик тормай. Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек факультетының һуңғы курсында белем ала.
Әсәйем бик тәмле итеп аш-һыу әҙерләй.
Беҙ уның менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Баш ҡаланың һәм республикабыҙҙың ҙур ҡалаларының күп кенә иҫтәлекле урындарында булдыҡ.
Әсәйем мин тейешле белем, тәрбиә алһын өсөн бик күп көс һала.
Мин үҙ сиратымда тырышып уҡыуым, төрлө спорт секцияларында шөғөлләнеүем, музыка мәктәбендә яҡшы ғына уҡыуым менән ҡыуандырырға тырышам.
Әсәкәйемде, етеп килгән 8 март байрамы менән ихлас ҡотлайым! Һәр саҡ шат, көләс йөҙлө, сәләмәт бул! Мин һине бик ныҡ яратам!
Таһир Рәхимов,
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһының
2-се синыф уҡыусыһы,
“Аманат” журналының Йәш Хәбәрсеһе

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: