+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Февраль , 14:20

Минең әсәйем

Минең әсәйем иң матур, иң һөйкөмлө кешеләрҙең береһе. Уның исеме Айгизә. Наҙлыгөл Әбҡәдирова яҙа, Белорет районы, Шығай мәктәбенең 5- се синыф уҡыусыһы.

Минең әсәйем
Минең әсәйем

 Мин бөгөн үҙемдең әсәйем тураһында һөйләмәксемен. Минең әсәйем иң матур, иң һөйкөмлө кешеләрҙең береһе. Уның исеме Айгизә.  Уға 34 йәш.  Әсәйем Шығай ауылы хакимиәте йортонда эшләй. Мин әсәйемә гел ярҙам итәм, һәр ваҡыт аш бүлмәһендә бергә булам. Уға тамаҡ бешерергә, һауыт- һаба йыуышам.  Уның бешергән аш- һыуҙары телеңде йоторлоҡ. Беҙ уның бешергән тәмле бәлештәрен яратып ашайбыҙ. Әсәйемә арнап шиғыр ҙа яҙҙым:

Әсәйемде мин яратам,

Өйҙә булмаһа һағынам.

Һөйөүемде белдереп,

 Ҡайтһа уға һыйынам.

 

Әсәйем өйҙә саҡта,

Бөтәбеҙгә күңелле.

Йылы нурҙарын һибеп,

Көлөп торған шикелле.

 Әсәйемде беҙ яратабыҙ,уға һаулыҡ, оҙон- оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.

 

 Наҙлыгөл Әбҡәдирова, Белорет районы, Шығай мәктәбенең 5- се синыф уҡыусыһы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: