+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Март , 08:39

Әсәйем – әсәкәйем

Әсәй – донъялағы иң ҡәҙерле кеше. Әсәй... Әсәйем... Әсәкәйем... Йөрәк түренән сыҡҡан ошо изге һүҙҙәрҙе ишетеү менән күңелгә рәхәт, йылы булып китә. #ҠотлайымАманатта

Әсәйем – әсәкәйем
Әсәйем – әсәкәйем

Әсәй – донъялағы иң ҡәҙерле кеше.

Әсәй... Әсәйем... Әсәкәйем... Йөрәк түренән сыҡҡан ошо изге һүҙҙәрҙе ишетеү менән күңелгә рәхәт, йылы булып китә.

Әсәй, ул зәңгәр күктә балҡыған ҡояш кеүек кешелеккә нур сәсеүсе һәм йәм биреүсе кеше. Ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа әсәйҙәрен ярата, уның менән һоҡлана, ғорурлана.

Минең әсәйем, Мөхәмәтғалина Розалия Рәмил ҡыҙы, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән эшһөйәр, шаян, шуҡ булып үҫә. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Балаларҙы ныҡ яратыуынан әсәйем тәрбиәсе һөнәрен һайлай һәм әлеге ваҡытта әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ул үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡара. Бәләкәстәрҙе лә үҙ балаһы кеүек ярата, тәрбиәләй, һәр бер баланың күңелен аңлай, һәләтен тоя белә, уларға ҡарата яғымлы ла, наҙлы ла, шул уҡ ваҡытта талапсан да.

Әсәйем беҙгә өс балаһына барыһын да өйрәтергә тырыша, тормош һынауҙары алдында һынып ҡалмаҫҡа, ныҡ булырға өйрәтә. Уның аҡыллы кәңәштәре, күңел күтәрәрлек һүҙҙәре беҙгә көс-дәрт өҫтәй.

Һәр әсә лә балаһының яҙмышы өсөн борсола, ғүмер юлдарында тик изгелек кенә, яҡшылыҡ ҡына теләй. Мин дә әсәйемә һаулыҡ, тик бәхетле тормош ҡына теләр инем!

 

Наҙгөл Мөхәмәтғалина. Бөрйән районы Иҫке Собхангол ауылы, 7-се "г" синыф уҡыусыһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: