+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Март , 12:33

Әсәйем

Минең әсәйемдең исеме-Гөлназ. Ул Белорет районы Ҡаҙыш ауылында тыуған. Юрист, уҡытыусы һөнәрҙәрен үҙләштергән.

 Минең әсәйемдең исеме-Гөлназ. Ул Белорет районы Ҡаҙыш ауылында тыуған.  Юрист, уҡытыусы һөнәрҙәрен үҙләштергән. Әлеге көндә Рысыҡай ауылында йәшәйбеҙ.  Минең әсәйем тырыш, тыныс холоҡло.  Көн дә тәмле бәлештәр, аштар бешереп ҡыуандыра.  Ҡышҡылыҡҡа төрлө компоттар, салаттар әҙерләргә ярата, нәски- бейәләйҙәр ҙә бәйләй.  Ҡәҙерле кешем Сосновка ауылында почта бүлексәһе мөдире булып эшләй. Әлеге көндә ҡустымды ҡарай.  Беҙ әсәйемде яратабыҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

 Арыҫлан Аҙнабаев, Белорет районы Шығай мәктәбенең 5- се синыф уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: