+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Апрель , 17:24

Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурстың йомғаҡлау тантанаһы үтте. Был сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыллығына бағышланды. 

Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурстың йомғаҡлау тантанаһы үтте. Был сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыллығына бағышланды. Ойоштороусылары: Мостай Кәрим исемендәге Фонд һәм Баймаҡ үҙәк китапханаһы.

Йәмил Сәйҙәлиев 2014 йылда “Аманат”тың “Йәш хәбәрсеһе” исеменә лайыҡ булған, төрлө конкурстарыбыҙҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған бик әүҙем уҡыусыбыҙ ине. Уның ижады тиҫтерҙәренекенән үҙенсәлекле булыуы, жанр формаһының төрлөлөгө менән айырылып торҙо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 17 генә йәшендә ғүмере фажиғәле өҙөлдө. Ләкин ул ҡыҫҡа ғына йәшәү осоронда күптәргә өлгө булырлыҡ эштәр башҡарып өлгөрҙө. “Баймағымда алһыу таң атты…” исемле йөкмәткеле йыйынтыҡ тупларлыҡ шиғырҙар, мәҡәләләр, эсселар һәм әкиәттәр ижад итте.

Ижади эштәренең барыһы ла тип әйтерлек “Аманат” биттәрендә донъя күрҙе. Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә ойошторолған “Башҡортостан беҙҙән башлана” конкурсында Йәмил ике йыл рәттән еңеүсе булғайны. Үкенес, һуңғы еңеүенең бүләктәрен ҡулына ала алманы. Уның ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлгәнен белгән фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова Йәмилдең китабын сығарыу бурысын үҙ иңенә ала. “Баймағымда алһыу таң атты…” йыйынтығында Йәмилдең төрлө йылдарҙа яҙылған, “Аманат” журналында донъя күргән шиғырҙары, мәҡәләләре, эсселары һәм әкиәттәре тупланған. Әҫәрҙәрҙә бәхетле баласаҡ, дуҫлыҡ, әсәйгә, тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү, башҡорт теленә, еренә дан йырлана. Шулай уҡ Урал батырға, Шүлгәнгә, Аҡмуллаға, Аҫылғужа Баһумановҡа, Мостай Кәримгә, Рәми Ғариповҡа, Әнғәм Атнабаевҡа, “Аманат” журналына, “Атайсал” гәзитенә арналған ижад емештәре лә бар.

 “Был ысын шағир китабы. Уның һәр бер һүҙе йөрәккә үтеп инә. Ижадының оҙон ғүмерле булыуына ышанам”, – тигәйне Әлфиә Мостай ҡыҙы Йәмилдең китап туйында. Был сарала ҡатнашыусы яҙыусылар ҙа: “Йәмилдең “Урал батырға” шиғыры – уның әҙип булараҡ өлгөргәнлек билдәһе лә. Уның йәшәү маҡсатын билдәләр программа шиғыры ла!” – тип юғары баһалағайны.

 “Баймағымда алһыу таң атты…” китабының “Серле йондоҙҙар” бүлегенә ингән яҙмалары уның астромияға ла ғашиҡ булыуы, ул ғына түгел, һәр йондоҙҙоң легендаһын белеүен дә раҫлай. Ә инде “Боланҡайҙар”, “Иламасы, һылыу Ҡайын-ҡыҙ!” исемле нәҫерҙәрендә, хикәйәләрендә йәш кенә йөрәгенең тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәте өсөн өҙөлөп һыҙлауы сағыла.

“Шуны теләй хатта ҡошсоҡ:

Ерҙә булһын тыныслыҡ!” тигән юлдары менән әйтерһең дә бөгөнгө тынысһыҙ тормошто алдан күрә белгәндәй яҙған.

Йәмилдең “Башҡортостан” шиғырында:

Башҡортостан – тыуған илем,

Баймағым – тыуған ерем.

Ирекле ҡош мин илемдә,

Һөйләшәм үҙ телемдә!  – иленә дан йырлаған юлдар бар.

Йәмил Сәйҙәлиев, ижадтан тыш, йыр-бейеүгә маһир була, ҡурайҙа уйнарға ярата. Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбендә Илшат Ишдәүләт улы Хайбуллин ҡулы аҫтында ҡурай серҙәренә төшөнөп, уҡыу йортон уңышлы тамамлай. Ошо уҡ мәктәптең педагогы, һәүәҫкәр композитор Хәлил Биктимеров та уның уҡытыусыһы булды. Бер көндө Йәмил Хәлил Рәфил улына үҙенең шиғырына йыр яҙырға тәҡдим итә. Үҙе шул йырҙы баянда уйнап йырлау теләге менән ошо музыка ҡоралында уйнарға өйрәнергә хыяллана. Әсәһенә йыш ҡына: “Минең шиғырға йырҙар ҙа яҙырҙар әле”, – тип әйтер була.

Йәмил Сәйҙәлиев: “Шиғырҙар яҙыуым, бәлки, нәҫелдән киләлер”, – тип йыш әйтә – өләсәһе Зәйфә Ҡашҡарова, әсәһе Фәниҙә Солтанова ла шиғырҙар яҙа икән. Ижад кисәһендә Фәниҙә Оморҙаҡ ҡыҙы күҙ йәштәре аша улына ошондай оло иғтибар һәм ихтирам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге конкурсҡа алтмыштан ашыу уҡыусы үҙенең ижади эшен ебәргән.  Өс номинацияла – шиғыр, хикәйә, мәҡәлә –  үткән конкурс йомғағы буйынса 18 уҡыусы финалға үтә. Конкурстанттарҙың барыһы ла аҡсалата премия, Мостай Кәримдең һәм Йәмил Сәйҙәлиевтың китаптары менән бүләкләнде. Мостай Кәрим исемендәге фонд 1-се урындарға 5-әр мең һум, Йәмилдең әсәһе һәм ағаһы Динар Сәйҙәлиев икенсе урындарға 3-әр мең һум, ә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы 3-сө урындарға 2-әр мең һум аҡсалата бүләк әҙерләгән. Ә 3-сө мәктәптең 8-се синыф уҡыусыһы Гөлзифа Килдеғошова (етәксеһе Раушания Сәлихова) “Аманат” журналының махсус призына лайыҡ булды.

Һағышлы ла моңһоу ҙа, шул уҡ ваҡытта күңелгә йылылыҡ бөрккән байрам сараһы булды. Йәш ижадсылар Йәмилдең эшен дауам итер, киләсәктә тыуған илен, телен, халҡын данлаусы шәхестәр булып үҫер тигән өмөттәр менән таралыштыҡ.

Йәмилдең йәне Йәннәттә булһын! Ижадсы егет тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк.

“Аманат”тар.

 

 

 

Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Автор:Аманат
Читайте нас: