+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Май , 12:56

Әбделмәмбәттәр – “рулдә”!

Уҡыусыларҙан килгән барлыҡ квитанциялар ҙа “Аманат”тың “Яҙыл да бүләк от!” конкурсында ҡатнашасаҡ.

Әбделмәмбәттәр – “рулдә”!
Әбделмәмбәттәр – “рулдә”!

Әбделмәмбәттәр – “рулдә”!

Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбендә уҡыуҙа ла алдынғы, мәктәптең йәмәғәт эшенә лә өлгөр балалар уҡый. Республикала үткән төрлө конкурстарҙа, проект эштәрендә  еңеүҙәр яулай. Уҡыусылар “Аманат” менән дә яҡындан дуҫ. Журналды яратып уҡый. Редакцияһы үткәргән конкурстарҙа ҡатнаша. “Аманат”тар менән осрашыуҙар, видео-дәрестәр үткәрә.

Әбделмәмбәттәр “Аманат”ты ҡыуаныслы хәбәрҙәре менән шатландырып тора. “Киләһе ярты йыллыҡта ла яратҡан журналыбыҙҙан айырылмаясаҡбыҙ!”  - тип хәбәр итә улар.

Мәктәптең 2-се (синыф етәксеһе Дилә Камил ҡыҙы Дауытова), 4-се (синыф етәксеһе Ләйсән Ғилмитдин ҡыҙы Сәйфетдинова), 5-се (синыф етәксеһе Зәлиә Риф ҡыҙы Исхаҡова), 8-се (синыф етәксеһе Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы Ижбаева) синыфтары  “Аманат” журналына дәррәү яҙылды!

Уҡыусыларҙан килгән барлыҡ квитанциялар ҙа “Аманат”тың “Яҙыл да бүләк от!” конкурсында ҡатнашасаҡ.

 “Аманат” менән бергә булыуығыҙ өсөн афарин, дуҫтар!

Уҡыу йылын уңышты тамамлап, иң күңелле, иң файҙалы йәйге ялдар теләйбеҙ һеҙгә!

Әбделмәмбәттәр – “рулдә”!
Әбделмәмбәттәр – “рулдә”!
Әбделмәмбәттәр – “рулдә”!
Әбделмәмбәттәр – “рулдә”!
Әбделмәмбәттәр – “рулдә”!
Автор:Аманат
Читайте нас: