“Ай, һылыу!” конкурсы һылыуҡайы Виталина!
Виталина Найденова Өфө ҡыҙы. Матбуғат йортона өләсәһе янына ҡунаҡҡа килгән. “Аманат” журналы редакцияһын да күргеһе килеп, журнал менән яҡындан танышып сыҡты.
Мөләйем ҡыҙ оҫта бейеүсе лә икән. Тасуири шиғырҙар уҡый. Бик матур итеп һүрәттәр төшөрә. “Аманат”тың “Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсына һүрәттәрен дә ебәрәсәк киләсәктә.
Өйҙә яратҡан бесәйе һәм алйырҙаны менән уйнарға ярата. Аквариумдағы балыҡтарын ашата, әсәһенә яраҙамлаша.
Буш ваҡытында йәнһүрәттәр ҡарап, китап уҡый. Яратҡан ризығы ҡуллама һәм борщ.
"Каникулым бик күңелле үтте. Ниһайәт, "Аманат" журналы менән дә таныштым. Журналдың “Ай, һылыу!” конкурсында ҡатнашып, йыл һылыуы булғым килә, - ти Виталина.
Уңыштар теләйбеҙ һиңә, Виталина! Бәхетле, даланлы бул!