+24 °С
Ямғыр
Конкурстар
3 Сентябрь 2024, 04:51

“Башланып китте уҡыуҙар...” фотоконкурсына беренсе эштәр килә башланы

“Аманат” журналы “Башланып китте уҡыуҙар...” фотоконкурсын иғлан иткән ине беренселәрҙән булып беҙгә Архангел яҡтарынан фото килде. Кем ул?

“Башланып китте уҡыуҙар...” фотоконкурсына беренсе эштәр килә башланы“Башланып китте уҡыуҙар...” фотоконкурсына беренсе эштәр килә башланы
“Башланып китте уҡыуҙар...” фотоконкурсына беренсе эштәр килә башланы

Мин - Кәримова Илнара Дамир ҡыҙы, Архангель районы Ҡыҫынды ауылы мәктәбенең 2-се синыфына уҡырға барам. Әкиәттәр тыңларға, һүрәттәр төшөрөргә яратам... Девизым "Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын,ине"...

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Аманат” журналы “Башланып китте уҡыуҙар...” фотоконкурсын иғлан итте. Үҙегеҙҙең уҡыу йылы башында төшкән синыфташтарығыҙ, уҡытыусы, ата-әсәләр, туғандар менән сифатлы, оригиналь фотоларығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ. Конкурста коллектив менән генә түгел шәхсән ҡатнашыуы ла мөмкин. Эштәр 11 сентябргә хәтлем ҡабул ителә. 12-20 сентябрь асыҡ тауыш биреү беҙҙең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә барасаҡ.

Еңеүсегә Рәхмәт кәлимәһе һәм “Һомай” аҡыллы колонкаһы!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас