+24 °С
Ямғыр
Конкурстар
3 Сентябрь 2024, 04:57

"Һомай"ҙы отасаҡбыҙ!

“Башланып китте уҡыуҙар...” фотоконкурсында ағалы-ҡустылы Юламановтар ҡатнаша. Афарин!

"Һомай"ҙы отасаҡбыҙ!"Һомай"ҙы отасаҡбыҙ!
"Һомай"ҙы отасаҡбыҙ!

Ағалы-ҡустылы Асҡар һәм Ирхан Юламановтар. Өфө ҡалаһының 128-се мәктәбе уҡыусылары.

 

“Аманат” журналы “Башланып китте уҡыуҙар...” фотоконкурсын иғлан итте. Үҙегеҙҙең уҡыу йылы башында төшкән синыфташтарығыҙ, уҡытыусы, ата-әсәләр, туғандар менән сифатлы, оригиналь фотоларығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ. Конкурста коллектив менән генә түгел шәхсән ҡатнашыуы ла мөмкин. Эштәр 11 сентябргә хәтлем ҡабул ителә. 12-20 сентябрь асыҡ тауыш биреү беҙҙең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә барасаҡ.

Еңеүсегә Рәхмәт кәлимәһе һәм “Һомай” аҡыллы колонкаһы!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас