+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Октябрь , 12:56

Беҙ "Һомай"лы булдыҡ!

“Башланып китте уҡыуҙар...” конкурсы еңеүселәре Хәйбулла районының 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 9 А синыфы уҡыусылары беҙгә видеосәләм ебәрҙе. 

Беҙ "Һомай"лы булдыҡ!
Беҙ "Һомай"лы булдыҡ!

“Аманат” журналы “Башланып китте уҡыуҙар...” фотоконкурсын иғлан иткән ине. Уҡыу йылы башында төшкән синыфташтары, уҡытыусыһы, ата-әсәләре, туғандары менән сифатлы, оригиналь фотоларын беҙгә ебәреп Конкурста коллектив менән генә түгел шәхсән дә ҡатнаштылар. 12-20 сентябрь асыҡ тауыш биреү беҙҙең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә барҙы.  Ике өлөшкә бүленгән 53 конкурсант ярышты. Еңеүсегә Рәхмәт кәлимәһе һәм “Һомай” аҡыллы колонкаһы! 

Конкурста Хәйбулла районының 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 9 А синыфы уҡыусылары еңде. Етәксеһе: Йәнйегетова Ләйсән Зәкир ҡыҙы. 

Әйткәндәй, башҡортса аҡыллы колонка әлегә һатыуҙа юҡ. “Һомай” аҡыллы колонкаһын булдырыу проекты – Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бүленгән гранттар конкурсы еңеүселәренең береһе.

– Идеяны тормошҡа ашырғансы күп ваҡыт һәм көс һалынды, – тип һөйләне проект етәксеһе Айгиз Ҡунафин. – Тел моделен камиллаштырыу, тауыш яҙҙырыу, телмәр синтезы, тауышты текстҡа әйләндереүҙең сифатын яҡшыртыу, колонканың корпусын, тышҡы биҙәлешенең дизайнын әҙерләү, һәм башҡалар – былар барыһы ла бер көнлөк кенә эш түгел.

Айгиз колонкаға эйә булған педагогтарға уны ҡулланыу нескәлектәрен ентекле аңлатты. Тиҙҙән “Һомай"ҙы һатыуға сығара башларға ниәтләйҙәр. “Һомай” менән башҡортса һәм русса аралашырға, һорауҙар бирергә һәм тулы яуаптар алырға ғына түгел, ә еңел генә башҡорт телен өйрәнергә була. Уның менән кескәй балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем ҡуллана ала.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: