-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Февраль , 11:55

"Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар"

Дуҫтар! #Аманат_конкурстар  #ҡоштар_беҙҙең_дуҫтар   Һеҙҙең иғтибарға йәнә бер конкурсыбыҙҙы иғлан итәбеҙ!

"Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар"
"Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар"

"Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар"

Дуҫтар!

#Аманат_конкурстар

#ҡоштар_беҙҙең_дуҫтар

Һеҙҙең иғтибарға йәнә бер конкурсыбыҙҙы иғлан итәбеҙ!  "Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар" (йәки "Тағараҡ") тип атала ул!

Был конкурсыбыҙҙың төп шарты: ҡоштарға өлкәндәр ярҙамында тағараҡ эшләп, унда ем һалып, ижад емешегеҙҙе фотоға йәки видеоға төшөрөп #ҡоштар_беҙҙең_дуҫтар хештегы аҫтына үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә урынлаштырыуығыҙҙы һорайбыҙ. Был хештег урынлашҡан сәхифә конкурс барған мәлгә асыҡ булырға тейеш.

Еңеүселәргә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Шулай уҡ иң яҡшы эштәр беҙҙең сайтта, төркөмдәрҙә һәм журналда донъя күрәсәк.

Конкурсҡа йомғаҡ 17 февраль яһаласаҡ.

“Аманат” журналы мөхәрририәте.

 

#ҡоштар_беҙҙең_дуҫтар

Ҡоштар беҙҙең - дуҫтар! конкурсына

Әйҙәгеҙ әле балалар
Тағараҡтар яһайыҡ.
Ҡошҡай дуҫтарыбыҙҙы
Емдәр менән һыйлайыҡ

Беҙҙең Ташбулат ауылы балалар баҡсаһында балалар кесе йәштән үк тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡарашлы булып үҫәләр. Ҡыштың тәүге һалҡын көндәренән үк ҡанатлы дуҫтарыбыҙға, ҡышлаусы ҡоштарға ярҙам күрһәтергә ашыҡтылар. Ә бит улар көҙһылыу менән хушлашҡанда, Торнаҡайға вәғәҙә лә иткәндәр ине. Торнаҡай "Ҡолонсаҡ" төркөмө балаларына төрлө һынауҙар әҙерләп, ҡышлаусы ҡоштарыбыҙға һалҡын төшкәс ярҙам итергә, тағараҡтар эшләп,ем һалып торорға ҡушып китте.
Һәр бала ғаиләләре менән берлектә ноябрь айында уҙған төркөмөбеҙҙең "Ҡоштар беҙҙең - дуҫтар" тағараҡтар яһау акцияһына әүҙем ҡушылды. Күҙ яуын алып торған тағараҡтар: ағастан, ҡатырға ҡаптан, пластиктан, тәбиғәт материалдарынан эшләнгән.
Ә инде тәрбиәсе апайҙарыбыҙ көндә ҡоштар тураһында ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәреп, балаларҙы яҡындан таныштырҙы. Илһамланып ҡыҙылтүш һәм һарытүш түрғайҙарын һүрәтләп , ҡул эштәрен дә матур күргәҙмәгә ҡуйҙылар.
Тәбиғәтебеҙгә һөйөү уятып тәбриә биреп үҫтереү , бала күңелендә бит тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдыра. Ә бына ҡыш буйы тағараҡтарҙы күҙәтеү,ем һалып тороуҙы үҙҙәренә бәләкәй бурыс итеп ҡуйған кескәйҙәр. Ҡоштарыбыҙға матур ,күркәм ашхана өсөн балаларға һәм ғаиләләренә ҙур рәхмәт!

 

Әбйәлил районы Ташбулат ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы
"Ҡолонсаҡ" төркөмө
Етәкселәре:Ибраһимова А.Ш.
Нурғәлина Н.Д.

"Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар"
"Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар"
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: