-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Конкурстар
11 Март , 14:17

ИҒТИБАР! КОНКУРС!

Бөйөк еңеүҙе ҡаршылап! #Аманат_конкурстар #Аманат_Бөйөк_Еңеүгә80 Ҡәҙерле дуҫтар! 9 май – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, КОНКУРС иғлан иттек!

ИҒТИБАР! КОНКУРС!
ИҒТИБАР! КОНКУРС!

Бөйөк еңеүҙе ҡаршылап!

#Аманат_конкурстар

#Аманат_Бөйөк_Еңеүгә80

9 май – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, КОНКУРС иғлан иттек!

Бөйөк Ватан һуғышы (22 июнь 1941 йыл — 9 май 1945 йыл) — СССР-ҙың үҙ территорияһына баҫып ингән нацистик Германияға ҡаршы һуғышы. Ҡыҙыл Армияһының еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән тамамланған Икенсе донъя һуғышының мөһим өлөшө. 

“Аманат” журналы редакцияһы илебеҙҙең ошо бик ҙур әһәмиәтле ваҡиғаһы айҡанлы уҡыусылар араһында ижади конкурс иғлан итә. Был конкурсҡа Бөйөк Ватан һуғышына арналған йәки һуғыш ветерандары, яҡындарығыҙ тураһында үҙегеҙ ижад иткән мәҡәләләр,  шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, һүрәттәр, фотолар, видеосюжеттар (шиғыр һөйләп, йырлап, яратҡан музыка ҡоралында уйнап, ветерандарҙы ҡотлап) ебәрә алаһығыҙ.

Конкурсҡа килгән эштәрҙе #Аманат_Бөйөк_Еңеүгә80#Аманат_конкурстар  хештегын ҡуйып, үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә урынлаштырыуығыҙҙы һорайбыҙ. Конкурс эштәренә йомғаҡ  12 майҙа яһаласаҡ. Еңеүселәргә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Шулай уҡ иң яҡшы эштәр беҙҙең сайтта, төркөмдәрҙә һәм журналда донъя күрәсәк.

Үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә конкурс эштәрен #Аманат_Бөйөк_Еңеүгә80#Аманат_конкурстар  хештегән ҡуйып урынлаштырғас, сәхифә асыҡ булырға тейеш.

Дуҫтар! Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сарабыҙҙа барығыҙҙы ла әүҙем ҡатнашырға өндәйбеҙ. Ижади эштәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ! Һәммәгеҙгә лә тик уңыштар ғына теләп, АЛҒА – ЕҢЕҮГӘ саҡырабыҙ!

“Аманат”тар.

 

ИҒТИБАР! КОНКУРС!
ИҒТИБАР! КОНКУРС!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: