Йыһан киңлектәрен “байҡарға” яратам.
Бөрйән районының Яуымбай ауылында Ҡуян йылында - 2011 йылдың 7 июлендә Ҡыҫала йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын. Тыуған мәктәбемдең 7 -се синыфында яҡшы билдәләргә генә уҡыйым.
“Предмет олимпиадаларында география, биология фәндәренән призер, еңеүселәр рәтендәмен. Иң яратҡан фәндәрем - алгебра, биология, физика, география, музыка, һынлы сәнғәт, технология, "Мөһим нәмә хаҡында һөйләшеү", "Киләсәккә билет" дәрестәре,”- Астрономия менән ныҡ ҡыҙыҡһыныусы ҡыҙ Дилә бына ошо хаҡта уйлана һәм йыһанды, йондоҙҙарҙы күҙәтә бөгөнгө көндә:
-"Йыһан үҙенең эсендә нимә йәшерә? Күҙ алдына ла килтереп булмай торған матурлыҡ! Йондоҙҙар алыҫта урынлашҡан ҡояш бит ул.
Күбеһенсә, йондоҙҙарҙы күҙәтергә яратам, әммә ул ғына етмәй. Шуға ла миндә өс-дүрт Йыһан, Йондоҙҙар тураһында китаптар бар. Төнгөлөк йондоҙҙар һәйбәт күренһә,болоттар ҡамасауламаһа, тышҡа сығып, иң ҡараңғы ваҡытта мин йондоҙҙарҙы күҙәтәм. Бөтөнләйгә алғанда, миңә Йыһан тылсымлы булып тойола, бик мөғжизәле.
Мин Йыһанды алыҫ йондоҙҙар һәм ракета менән билдәһеҙ планеталарға осоу тураһында хыялланырға мөмкинлек биргән өсөн яратам - Йыһанды яратҡан сәбәптәрҙең береһе," - тигән фекерҙә ул.
Дилә Медаева, Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы.