-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Конкурстар
4 Апрель , 15:48

"Ғилем" еңеүселәрен бүләкләнеләр

– Туған телен яҡшы белгән бала өсөн техник фәндәр ҙә ҡатмарлы түгел. Башҡорт телен башҡа фәндәр менән бер рәттән күтәргән олимпиада ойоштороусыларына рәхмәт, – тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы Абсаҙыева.

"Ғилем" еңеүселәрен бүләкләнеләр
"Ғилем" еңеүселәрен бүләкләнеләр

«НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды етәксеһе Фәнүр Тайып улы Йәһүҙин менән Әбйәлил район мәғариф бүлеге етәксеһе Вәсилә Сәғит ҡыҙы Абсаҙыева башҡорт теле олимпиадаһында еңеүселәрҙе бүләкләне.

– Туған телен яҡшы белгән бала өсөн техник фәндәр ҙә ҡатмарлы түгел. Башҡорт телен башҡа фәндәр менән бер рәттән күтәргән олимпиада ойоштороусыларына рәхмәт, – тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы.

Был көндө Мәликә Хужина, Рания Билалова, Гөлсинә Байғәҙәмова, Яҙгөл Абдуллина I урынды яуланы.

Карина Өмөтҡужина, Гөлсиә Мөхәмәтйәнова, Рита Диярова, Ләйсән Рәхмәтуллина II урынды алды.

Миләүшә Шаһивәлиева, Дилара Ғәбитова, Азалия Бикйәнова, Нәркәс Салауатова IIIурында билдәләнде.

 – Башҡорт теленән мин барлыҡ конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашам. Бигерәк тә бөгөнгө көнөм бигерәк уңышлы булды.Төшкә тиклем олимпиадала көсөмдө һынаһам, ә төштән һуң тасуири шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнаштым. Икеһендә лә беренсе урын алдым. Был, әлбиттә, уҡытыусымдың да эш һөҙөмтәһе лә.

 Әйткәндәй, тәүге турҙа мин ике предметты һайлаған инем: химия һәм башҡорт теле. Туған телемдән 50 һорауға яуап бирҙем. Ауыр ҙа еңел дә, тип әйтә алмайым, район һәм республика олимпиадаларына етди әҙерләнеүем миңә ярҙам итте. Һәр бала үҙенең туған телендә иркен аралашһын, тип теләйем, – тине Ташбулат урта мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Рания Билалова.

Олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларҙың да эше юғары баһаланды. Ярыш еңеүселәрен әҙерләгән остаздар Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы Билалова, Ләйсән Әхмәт ҡыҙы Өмөтҡужина, Наилә Камил ҡыҙы Ғибәҙәтова, Илһөйәр Рифғәт ҡыҙы Абдуллина, Лилиә Мөхәмәт ҡыҙы Зәйтүнова, Зөлфиә Наил ҡыҙы Сәлмәнова, Лилиә Вәдүт ҡыҙы Йомағужина, Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова, Гөлсөм Ишморат ҡыҙы Ғәзизова сертификаттар менән бүләкләнде.

Авторы:Римма Баймырҙина.

Юлай Кәримов фотолары.

"Ғилем" еңеүселәрен бүләкләнеләр
"Ғилем" еңеүселәрен бүләкләнеләр
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: