-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Апрель , 11:44

Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы- Бөйөк һуғыш ветераны

Мин һуғыш тураһында өләсәйем менән олатайымдан ишетеп беләм. Һуғышта беҙҙең ғаиләнән атайымдың олатаһы Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы ҡатнашҡан. Ул һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын кисергән. Мин ҡарт олатайым тураһында үҙемдең олатайымдан һорарға булдым. Сөнки, ҡарт олатайым мин тыуғанда вафат ине.

Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы- Бөйөк һуғыш ветераны
Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы- Бөйөк һуғыш ветераны

Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

 

Быйыл  Бөйөк Еңеүҙең һикһән йыллығын байрам итәбеҙ. Беҙҙең илебеҙ өсөн был бик ҙур байрам. Ғаиләбеҙ менән был көндө йыл һайын көтөп алабыҙ.

Мин һуғыш тураһында өләсәйем менән олатайымдан ишетеп беләм. Һуғышта беҙҙең ғаиләнән атайымдың олатаһы Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы ҡатнашҡан. Ул һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын кисергән. Мин ҡарт олатайым тураһында үҙемдең олатайымдан һорарға булдым. Сөнки, ҡарт олатайым мин тыуғанда вафат ине.

Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы 1923-сө йылдың ғинуар айында  Йәрмәкәй районының Иҫке Шах ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Был ғаиләлә мал-тыуар тотоп, балыҡҡа йөрөп көн күргәндәр. Ә балалары ололарға ярҙам итеп, эшкә өйрәнеп үҫкәндәр. Мансур мәктәптә  уҡығанда уҡ колхозға эшкә йөрөгән. Мәктәптә ете синыфты тамамлау менән колхозда эшләй башлаған. Сөнки, был ғаиләлә күп бала тәрбиәләнгән, йәшәргә аҡса етмәгән. Ҡарт олатайым, бәләкәй сағынан уҡ, ауға йөрөргә яратҡан, уның бөтә серҙәрен белгән.

Бына һуғыш башланған. Ул ваҡытта Мансур Ғабдулғәни улына ун һигеҙ йәш булған. Ул, үҙе теләп, һуғышҡа киткән. Ғәниев Мансур авиацияла хеҙмәтләндереүсе персонал булып хеҙмәт иткән. Уның һул аяғы ауыр яраланғандан һуң, госпитальдә ике ай дауаланған һәм фронтҡа яңынан  ҡайтҡан.

Ул һуғыштың аҙағына хәтлем снайпер булған. Снайпер - беренсе тапҡыр атыу менән маҡсатына эләгергә тейеш булған. Снайперҙың маҡсаты - дошманды юҡ итеү. Совет снайперҙары бөтә фронттарҙа ла әүҙем эшләгән. Снайперҙарға һуғышта хәүефле һәм бик ауыр булған.

Һунарсылыҡ кәсебе ҡарт олатайыма һуғыш ваҡытында ла бик файҙалы булған. Һалдаттар һәм офицерҙар ас була. Мансурға һунарға йөрөргә рөхсәт иткәндәр. Ул мышыларға һунар иткән. Шулай итеп снайперҙарҙы аслыҡтан, үлемдән ҡотҡарған. Кёнигсбергты  алыу бөтә һуғышта хәл иткес этап һаналған. Һуғышта үлем ғәҙәти күренеш булған. Ә минең ҡарт олатайыма бәхет йылмайған, ул тере ҡалған.

Минең ҡарт олатайым, Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы, "Кёнигсбергты алған өсөн" миҙалы һәм "Икенсе дәрәжәле Ватан һуғышы" ордены менән бүләкләнгән.

Һуғыштың аҙағын Кёнигсбергта, хәҙергә Калининград ҡалаһында ҡаршылаған. Һуғыштан һуң колхозда эшләгән. Минең ҡарт өләсәйем Хөсәйенова Әминә  менән дүрт малай, бер ҡыҙ үҫтергәндәр.

Һуғыштан һуң ҡарт олатайымдың яраланған һул аяғы ныҡ һыҙлаған. Өфө ҡалаһында операция яһағандар, әммә ярсыҡтарын тулыһынса алып бөтә алмағандар.

Ғәниев Мансурҙың һөнәрҙәре күп булған: фермала төрлө эш башҡарыусы, балта оҫтаһы, төҙөүсе, һунарсы, балыҡсы. Мансур ҡарт олатайым эттәрҙе егеп йөрөргә яратҡан, шуға күрә өс-дүрт эт тотҡан.

Туғандарының хәтирәләре буйынса, ул һәр ваҡыт изге күңелле, тыйнаҡ, яҡшы кеше булған.

Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы - тыуған иленең патриоты. Ул һәүетемсә генә йәшәп, ерҙә үҙенең эҙен ҡалдырып, 1993-сө йылда вафат булған.

Мин ҡарт олатайымдың беҙҙе фашист илбаҫарҙарынан яҡлауын онотмайым. Беҙ тыныс һәм бәхетле йәшәһен өсөн, ул үҙенең ғүмерен йәлләмәгән. Шуның өсөн беҙ лайыҡлы йәшәргә тейеш. Һуғышта ҡатнашҡан бөтә яугирҙарға мең-мең РӘХМӘТ!

Диана Вәлиеева,

Тумазы районы Алексей Лысенков исемендәге 3-сө һанлы урта дөйөм  белем биреү мәктәбе уҡыусыһы.

Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы- Бөйөк һуғыш ветераны
Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы- Бөйөк һуғыш ветераны
Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы- Бөйөк һуғыш ветераны
Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы- Бөйөк һуғыш ветераны
Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы- Бөйөк һуғыш ветераны
Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы- Бөйөк һуғыш ветераны
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: