Шундай хәл: тиҫтерҙәрем араһында минең турала “йөрөмтәл ҡыҙ” тигән хәбәр таралды. Был хәбәрҙе бер егет – минең синыфташым – тарата. Ул барыһына ла беҙ “түшәк бүлештек” тип һөйләй, ә ысынында ундай бер нәмә лә булманы. Ни бары уның менән бер нисә тапҡыр үбештем.
Әхирәтемдең тыуған көнө кисәһендә күңел асып ултырғанда синыфташым тағы бер нисә малай менән килеп инде. Бүләктәрен хужабикәгә тоттороп, әйтер һүҙҙәрен әйтеп, өҫтәл артына ултырыштылар. Синыфташ булғас, Элвирға (исемен шулай тип алайыҡ) эргәмдән урын тәҡдим иттеләр. Ул шунда минең менән быға тиклем хас булмағанса ихлас шаярырға тотондо. Башҡалар ҙа, бер ни булмағандай, шарҡылдашып көлөштө. Шулай байрам итеп ултырғанда Элвир ҡолағыма: “Әйҙә, тышҡа сығып киләйек әле, минең һиңә әйтер һүҙем бар”, – тип шыбырланы.
Тышҡа сыҡҡас, ул мине яратыуын белдерҙе һәм ҡосаҡлап алды. Быға тиклем байтаҡ егеттәр менән дуҫлашып йөрөһәм дә, береһе лә миңә “яратам” тип әйткәне булмағас, баҙаным да ҡуйҙым. Ул мине үбеп алды. Арыу ғына ваҡыт ҡосаҡлашып торғас, өшөй башланыҡ, тышта ныҡ һыуыҡ ине. Ул миңә эргәлә генә торған өйөнә барып, йылынып сығырға тәҡдим итте. Оялаһы түгел, ата-әсәһе ҡунаҡҡа киткән икән. Элвирҙарҙың өйөндә лә үбешеүҙән башҡа бер нәмә лә булманы! Тик беҙҙең табын барған өйҙән сығып, кире килеп инеүебеҙгә хәтһеҙ генә ваҡыт үтеп киткәйне...
Был табын аҙна аҙағында булды бит инде. Дүшәмбе көнө мәктәпкә барһам, минең турала оятһыҙ хәбәр таралғанын ишеттем. Йәнәһе лә теге сығып-инеүебеҙ ваҡытында Элвир менән мин уның өйөндә “йоҡлап” сыҡҡанбыҙ. Әхирәттәремдән кем әйтә икәнен һорашһам, Элвир үҙе дуҫтарына һөйләгән, тиҙәр. Ә ысынында бит бер нәмә лә булманы! Мин шулай тип әйтһәм, береһе лә ышанмай! Ояты ни тора һуң?!
Шул көндән алып миңә ҡарата бөтөн тиҫтерҙәремдең мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Егеттәр әллә нисек тупаҫыраҡ ҡылана башланы. Үткән-һүткән һайын мине төрткөсләп, оятһыҙ һәм мәғәнәһеҙ шаярышып маташалар. Ҡыҙҙар ҙа өймәкләшеп алалар ҙа, минең яҡҡа ҡырын ҡарай-ҡарай, ниҙер һөйләшәләр. Ни эшләргә лә белмәйем. Нисек миңә Элвирҙың алдыҡ һүҙҙәренән аҡланырға?
СВЕТА.
Мөхәрририәттән: