-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
3 Август 2018, 18:02

Сөмбөлдөң мөхәббәтле йәйе

Айгизәр уларҙың ауылына күсеп килгәндә Сөмбөлгә 7-8 йәштәр самаһы булғандыр. Күршелә генә яңғыҙ донъя көткән Таһир ағай көтмәгәндә, барыһын да аптырауға һалып, өйләнде лә ҡуйҙы. Улар Әнисә еңгә менән тырышып донъя көтә башланы. Еңгәнең ҙурайып килгән улы ла бар ине. Уныһын Сөмбөл бер нисә көн үткәс кенә Таһир ағаларының ҡапҡаһы янында күреп аптырағайны.

– Сәләм, мин – Сөмбөл, һин кем булаһың? – тип, илгәҙәк ҡыҙыҡай малай янына килеп тә етте. Машинаһы менән уйнап ултырған малай һикереп тороп уҡ баҫты. Сөмбөлдөң ихласлап ҡул һуҙып тороуын күргәс, битен соҡорайтып, йылмайып уҡ ебәрҙе лә, тап ололарса, ҡояшта янған ҡулдарын салбар балағына ҡат-ҡат һөртөп, ҡыҙға һондо:

– Һаумы, мин – Айгизәр!
Тәүге танышыуҙары шул булды. Ул көндө Сөмбөл, эй, ҡыуанғайны яңы дуҫ табыуына. Ә көҙгөһөн малай тап уларҙың синыфына уҡырға килгәс, шатлығы икеләтә артты. Синыфташ ҡыҙҙары менән бик аралашып бар-маған ҡыҙға әхирәттәрен Айгизәр алмаштыра ине. Күңелле хәбәрҙәр һөй-ләшеп, бергә мәктәпкә барыуҙар, бер парта артында ултырыуҙар, Сөмбөлдөң ай-вайына ҡарамай, рюкзагын йөкмәп ҡайтыуҙар, бергәләп өйгә эш эшләүҙәр… Футбол уйнарға ла, балыҡ ҡармаҡларға ла унан өйрәнде бит ҡыҙ. Айгизәр ҙә, дуҫ малайҙар уйынға саҡырһа – уйнар, ярҙам һораһа – ярҙамлашыр ине, әммә уларға үтә ылығып барманы.
Шулай йылдар үтә торҙо, туғыҙынсы синыфты тамамлағас, уҡыу алдынғыһы Айгизәр ҡыҙға баш ҡалалағы гимназияға уҡырға китеүен әйтте. Сөмбөл был хәбәрҙән моңһоуланып ҡалды. Ирендәрен саҡ ҡыбырлатып:
– Ҡотлайым, – тине.
Шул йылдың йәйе ғүмерендә иң тиҙ үткән каникулы булғандыр ҡыҙҙың. Айгизәр ҡалаға китер көндәр яҡынлашҡан һайын тик Сөмбөл янында булырға тырышты: айлы төндәрҙә етәкләшеп йылға ярҙары буйлап йөрөүҙәр, тау башына менеп, йондоҙҙар һанауҙар, юҡҡа-барға иҫәрләнеп, шаярышып көлөшөүҙәр…
Бына августың һуңғы һанаулы көндәре… Иртәгә егеткә юлға сығырға бул-ғас, таңды бергә ҡаршыларға һөйләшкәйне улар. Айгизәр ул кисте нисектер аҙ һүҙле булды.
– Мин һиңә хаттар яҙып торормон, һин дә мине онотма, йышыраҡ ҡайт, йәме, – тип, көлкө хәлдәр иҫләп, Сөмбөл тынлыҡты боҙорға тырышһа ла, килеп сыҡманы.
Шул саҡ егет, ҡыҙға ниҙер әйтергә теләгәндәй, туҡтап ҡалды. Яңы ғына офоҡтан һыҙылып тәүге ҡояш нурҙары ла күренә башлаған ине инде.
Айгизәрҙең ҡарашы ни аңлатҡанын һүҙҙәр менән әйтеп биреү мөмкин түгел ине.
Егет, ҡапыл Сөмбөлдө күтәреп алып, зыр өйөрөлттө лә, иҫен йыйған арала уның ирендәренән һурып үбеп алды!
– Айгизәр!.. Ни… Ни эшләүең был? – Сөмбөл оялышынан ни эшләргә бел-мәне.
– Сөмбөл!.. Сөмбөлөм минең!.. Һаман да аңламайһыңмы ни? Яратам бит мин һине, матурым! – Егет шул һүҙҙәре менән ҡыҙҙы йылы ҡосағына ал-ды. Шулай оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙолар. Уйламағанда килеп сыҡҡан был хәлдә үҙен нисек тоторға белмәгән Сөмбөл оялышынан бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ә егет уға шул тиклем текләп ҡарай, әйтерһең, үҙенең әйтелмәгән һорауҙарына яуап эҙләй кеүек.
Тынлыҡ… Их, шунда телһеҙ кеше кеүек ҡалғаны өсөн ҡыҙ үкенде аҙаҡ-тан… Айгизәр уға оҙаҡ ҡына ҡарап торғас, ипләп кенә уны ҡосағынан ысҡындырҙы. Бер һүҙ өндәшмәй, етәкләп, ауыл яғына ҡарай юлланды. Ҡапҡа төбөнә еткәс, ҡыйыуланып китеп, ҡыҙҙы йәнә бер үбеп алды һәм:
– Ярай, хуш! Мине онотма! – тине лә үҙҙәренең өйө яғына боролоп китеп барҙы.
Иртәгәһенә ул юлға сыҡты… Таһир ағай, Әнисә еңгә, Сөмбөлдөң ата-әсәһе, бар күрше-тирә, егеткә матур теләктәр теләп, оҙатырға сыҡты. Ә ҡыҙ, иҫәркәй, тәҙрә ҡорғаны аша ғына һаубуллашты дуҫы менән. Айгизәр ауылдаштары менән хушлашып торһа ла, ике күҙе Сөмбөлдәрҙең ҡапҡаһында булды, ҡыҙҙы көттө. Аҙаҡҡы минутҡа тиклем һөйгәненең йүгереп килеп сығырына өмөт итте.
Яңы уҡыу йылы башланды. Ҡыҙ башта егеттән шылтыратыуҙар, ҡыҫҡа ғына хәбәрҙәр көттө. Ә ул өндәшмәне. Һөйгәненән хат-хәбәр булмағас, ҡыҙ үҙе лә яҙманы. Тик Айгизәрһеҙ хәтәр күңелһеҙ ине Сөмбөлгә. Башҡа берәү ҙә яҡын дуҫын алыштыра алманы. Уҡыуҙан ҡайтыр ҙа һағынып-зарығыуҙарын баҫыр өсөн тиҙерәк бергә үткән болондарға, йылға буйҙарына ашығыр ине.
Бына тәүге сирек аҙағына ла етте. Ҡыҙ ашҡынып Айгизәрҙе көттө. Осрашыуҙарын күҙ алдына килтереп, уны нисек ҡаршыларын, ниндәй һүҙҙәр әйтерен үҙ алдына ҡат-ҡат һөйләнеп йөрөп, ятлап бөттө инде.
Күрше ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаған машина тауышын ишетеп, ашҡынып, тәҙрә ҡорғаны аша урамға баҡты. Егеттең буй-һынын күреү менән Сөмбөлдөң йөрәге ярһып тибергә кереште...



(Мөхәббәт тарихының тулы вариантын журналдың июль һанынан уҡый алаһығыҙ).
Читайте нас: