А. ун биш йыл элек беҙҙең ауылда тыуған, сыбыҡты ат итеп менергә өйрәнгәнсе йәшәгән. Артабан, ата-әсәһенең Себерҙәге ниндәйҙер ҡалала эшкә урынлашыуы сәбәпле, күсеп киткәндәр. Шуғалыр инде, был егетте бәләкәй саҡта берҙе лә күргәнем булманы. Йәйге каникул осоронда ла ҡайтып йөрөмәне, шикелле, ул тыуған ауылына. Бәлки, ҡайтҡандыр ҙа, әммә клубҡа сыҡҡанын, кем менәндер аралашҡанын иҫләмәйем. Үҙе башҡортса бик матур һөйләшә былай.
Маңлайына төшөп торған йоҡа ҡара сәсе, ҡуңыр күҙе менән башҡаларҙан әллә ни айырылмаған, кәүҙәһе лә маҡтанырлыҡ булмаған А. һис уйламағанда йөрәгемде яулап алды ла ҡуйҙы бит! Мөхәббәтемдең сере ниҙә икәнен һаман да аңлай алмайым.
…Бер көндө дәрестән һуң икебеҙ синыф бүлмәһен йыйыштырырға тороп ҡалдыҡ. Ғәҙәттә, дежурлыҡ иткән саҡта малайҙар бер нәмә лә эшләшмәй, беҙ иҙәнде йыуып, саңды һөртөп бөткәнсе мөйөштә телефоны менән уйнауын белә. А. иһә бер минут та тик торманы, өс мәртәбә һыуҙы алмаштырып алып килде, таҡтаны, тәҙрә тупһаларын һөрттө, күнәкте лә, минән күтәртмәй, үҙе шылдырып йөрөнө. Шул саҡ тауышына ла иғтибар иттем: шул ҡәҙәрем яғымлы, йомшаҡ! Ай буйы бергә уҡып та, был егет менән бер тапҡыр ҙа һөйләшкәнем булманы бит. Уның барлығы мине ҡыҙыҡһындырмай ҙа ине, буғай…
А. шундай итәғәтле, ярҙамсыл, аҡыллы, тыныс… Һоҡланыуымдың сиге юҡ. Уны уйлаһам, эстән балҡыйым, хистәрем тулыша, шундай кешене осратҡаныма ҡыуанам. Мөхәббәтем серле донъя һымаҡ, унда ни барын үҙемдән башҡа һис кем белмәй. Ана шул серҙәрҙе А. менән уртаҡлашҡым, уға ғына асылғым килә. Тик… Ул минән ситләшә һымаҡ. Киң коридорҙа ла, ҡара-ҡаршы тура килһәк, әллә ҡайҙан урап үтә. Теге аҙнала, ишек тотҡаһына икәүбеҙ бер юлы йәбешкәйнек, ҡулын, ток һуҡҡандай, тиҙ генә тартып алды. Тәнәфес ваҡытында, парта артында һаман ултыра ине, алгебранан мәсьәләне нисек систең, тигән һылтау менән янына килеп, яурынына ҡағылғайным, бөтөнләй ҡото осто, йөҙө ағарып китте хатта.
Оялсан да түгел ул үҙе. Бәхәстәргә ҡыҫылмаһа ла, ҡайһы саҡта бик уҫал һәм тапҡыр итеп әйтеп ҡуйғылай. Оло кеше булып ҡылана, ти әхирәттәрем. Минеңсә, ҡыланмай. Холҡо шундай. Икенсе төрлө тәрбиәләнгән… Эйе, тәрбиәһе тураһында әйтергә оноттом бит мин һеҙгә. Ата-әсәһе мосолмандар икән уның. Моғайын, егеттең минән ситләшеүенең сере лә шундалыр әле. Кисә Интернетта ҡаҙынғайным, “Исламда егет менән ҡыҙҙың никахҡа тиклем осрашыуы тыйылмаған, әммә уларҙың ниәте фәҡәт ғаилә ҡороу булырға тейеш” тигән мәғлүмәт таптым. А. менән мин икәү генә осраша алмайбыҙ, яныбыҙҙа мотлаҡ кемдеңдер йөрөүе кәрәк икән. Ниндәйҙер кафела, әгәр бүтән кешеләр күреп торорлоҡ булһа, айырым өҫтәл артында ултырып әңгәмәләшергә мөмкин, тиелгән… Ҡосаҡлашып, үбешеү түгел, етәкләшеү ҙә – хәрәм, әлбиттә!
“Әйҙә, хәләл осрашайыҡ! Бөтөн шарттарға күнәм! Мин барыһына ла әҙер!” – тип әйткем килә егеткә. Тик ул быны нисек ҡабул итер? Кире ҡаҡһа ла – үҙ ихтыяры инде. Бәлки, теләгемде өлкәндәр аша уның ата-әсәһенә еткерергә кәрәктер?
“Ярай, мин риза. Иртәгә төштән һуң мәктәп алдындағы эскәмйәлә күрешербеҙ. Яныбыҙҙа атайым, әсәйем һәм синыф етәксеһе булыр”, – тигән яуап алһам да, күктең етенсе ҡатына менгәндәй шатланыр инем бит!