+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
6 Март 2019, 19:48

Төш йәки фәрештәнән ябай Ер ҡыҙы.

“Матурым, уян,” – тип наҙлап һыпыра бәүелгестә туҙып ятҡан сәстәренән кемдеңдер ҡулы. Егет тауышы әллә ҡайҙан, быуаттар аръяғынан яңғыраған төҫлө тойолһа ла, шул тиклем таныш һәм күңелгә яҡын.

“Матурым, уян,” – тип наҙлап һыпыра бәүелгестә туҙып ятҡан сәстәренән кемдеңдер ҡулы. Егет тауышы әллә ҡайҙан, быуаттар аръяғынан яңғыраған төҫлө тойолһа ла, шул тиклем таныш һәм күңелгә яҡын. “Ас күҙҙәреңде, һылыуым.” – Егет ҡыҙҙың сәс тулҡындарын ипләп кенә бармағына урай. Әҙилә иһә был мәлде оҙағыраҡҡа һуҙырға теләп, уяулы-йоҡоло, күҙҙәрен асырға теләмәй, иркәләнеп ята бирә. Ниңә иркәләнеп ҡалмаҫҡа, еләҫ баҡса, алмағастар гөрләп сәскә ата. Аяҡ тауышы шыуышып бәүелгестең баш яғына күсте. Инде асһа ла булалыр күҙҙәрен. Шар асылған күҙҙәр өҫтән йылмайып баҡҡан иҫ китәргес йәшеллеккә килеп сума. Нисәлер секунд күҙгә-күҙ ҡарашҡандан һуң ҡыҙ һикереп килеп тора: “Һин?” Әйтеп тә өлгөрҙө, бәүелгесе әйләндереп, ҡыҙҙы ергә ҡапланы. “Дыңҡ” итеп ҡалыуына күҙҙәрен асһа, автобус бер фураны уҙып китеп, әҙерәк уңайһыҙ рәүештә кире үҙ һыҙатына ҡайтҡан сағы имеш, башы тәҙрә быялаһына бәрелеп, уянған Әҙилә.
Ҡайһы тирәлә киләләр икән? Ҡыҙ автобусҡа нисек кереп ултырған, шул көйө йоҡоға сумғайны. Тирә-яғына күҙ һалды. Урман да урман, тимәк әле генә ҡайтып етмәйҙәрҙер Өфөгә. “Һыу эсәһеңме?” – Күрше ултырғыста ултырған бүлмәләш ҡыҙы һыулы шешә һуҙа. Бының алан-йолан ҡаранғанын күрепмелер, өҫтәй: “Яңы ғына Симдән ҡуҙғалдыҡ.” Әҙилә бер-ике йотом уртланы ла һыуҙы күршеһенә кире ҡайтарҙы.
– Бәлки, кофе эсерһең? – Ҡулындағы стаканына ымлап. Улары, ни өсөндөр икәү ине. Әҙилә: “Юҡ,” – тигәнде аңлатып, баш сайҡай, күҙҙәрен йома ла, уйҙарына сума.
Төштәр ҡабатланмай тиҙәр. Шулайҙыр ҙа, әммә кешеләр ҡабат-ҡабат уралып ҡайтасы төштәргә. Бая “Һин” тип әйтеүенә ғәжәпләнәһе түгел, ул егет хәҙер өсөнсөгә бутала төшөндә. Өнөндә осратҡанын хәтерләмәй Әҙилә, әммә ғалимдар түбәнге аң үҙе элек күргән образдарҙы ғына терелтә ала тип иҫбатлайҙар. Ярар, ғалимдарҙың үҙ фәлсәфәһе, тик был егет тағы ни өсөн бутала әле?
Тәүге төшөндә мотоциклы менән бергә упҡынға ҡолағайны. Ул ваҡытта ҡыҙ уның йөҙөн күрмәне, бары өҫтөндәге ят биҙәкле ҡаралы-күкле күн курткаһын һәм күк төҫтәге матайын ғына шәйләп ҡалды. Эргәһенән шәп тиҙлектә үтеп китте лә бушлыҡҡа барып сумды. Әҙилә төшөндә “туҡта” тип асырғанып ҡысҡырып ебәреүенә үҙенең дә ҡото осоп, йөрәге дөпөлдәп уянып киткәйне. Һыу эсереп, йөрәк дарыуы тамыҙып, ҡыҙҙар уны кире йоҡларға һалғайны.
Икенсе төшө бер аҙна самаһы үткәс керҙе, шикелле. Донъя тик аҡ төҫтә генә, имеш. Оҙон бер коридор, аҡлыҡта юл күрһәтерлек булып алыҫта күкһелерәк ут сығанағы күренә. Ҡыҙ шул утҡа ҡарай атлай. Юлындағы үтә күренмәле ишектәр үҙенән-үҙе асылып-ябыла.
Ут сығанағы – өҫтәл лампаһы икән. Ишек асылғас, палата хасил була. Бында тәҙрәләр юҡ, уртала һулыған йәшел раузаларға күмелгән каталка. Каталкала, сымдарға уралып, аппаратураларға тоташтырылған тәүге төшөндәге теге егет ята. Ике көпшә тоташҡан үтә күренмәле битлек аша йөҙө күренә, күкрәгендә курткаһы аша йомро пластиналар беркетелгән, улар мониторҙа егет организмындағы үҙгәрештәрҙе күрһәтеп бара. Өҫтөндә шул ҡаралы-күкле курткаһы, ҡулында йоҡа күн бирсәткәләр, шлемын каталканың бер элгесенә ҡуйғандар.
Ҡыҙ яҡыныраҡ килеп егеткә баға. Ул бары йоҡоға талған төҫлө. Битлек аша бит алмаларына таралған алһыулыҡ күренә, ара-тирә ҡыҫҡараҡ, әммә ҡуйы керпекле күҙ ҡабаҡтары дерелдәп ҡуя. Сикәләрен, эйәген шырт баҫа башлаған. Ҡыҙҡа итеп ҡырҡтырылған сәстәре үрә торған һымаҡ.
Бер аҙ тексәйеп торғас, Әҙилә каталканы урап сығып, монитор эргәһенә килә, үҙгәрештәр күренмәгәс, кире бая кергән ишегенә йүнәлә. Ишек асылғас, икенсе бүлмәгә барып сыға, бында һыулы быяла ҡомғандан башҡа, бер ни юҡ. Ахыры, ҡыҙ һаман асыҡ торған ишектән, ошо ҡомғанды күтәреп, кире теге бүлмәгә керә. Һулый башлаған раузаларға һыу ҡоя. Һыу ҡомғанда сағында, үтә күренмәле булһа ла, сәскәләргә тейгәндә ҡып-ҡыҙылға әүерелә. Әммә сәскәләргә бик килешә, күрәһең, тиҙ генә терелеп, баштарын күтәрә. Раузалар терелгәс, мониторҙағы һандар ҙа үҙгәрә. Әҙилә һыулы ҡомғанын иҙәнгә ҡуя ла, каталкаға яҡыная.
Егеттең битлек аҫтындағы ирендәре дерелдәй. Ҡыҙ битлекте бер аҙ күтәрер өсөн алғараҡ эйелһә лә, һағайып үҙенә текәлгән һарғылт-йәшел күҙҙәр менән осраша. Ҡурҡышынан ҡулдарын тартып ала ла, артҡа сигә. Сымдарға уралған килеш егет тороп ултыра ла, ҡарашын ҡыҙҙан алмайынса, аяҡтарын иҙәнгә төшөрә. Ниҙер әйтергә теләй, буғай, әммә битлеге ҡамасаулай. Яйлап ҡына кире сигенгән Әҙилә, теге битлеген сискәнсе, ишеккә йүгереп инеп китә лә, ярым ҡараңғы тоннелгә осоп төшә. Артынан егет ҡысҡырып ҡала, шикелле, “Э-һе,эһе-һеееей!”тигән шаңдау ғына килеп етә. Тоннелдең осо шулай ҙа бар икән, бәреләм генә тигәндә Әҙиләне будильник уята.
Сәй эскәндә ҡыҙ бүлмәләштәрен аптыратып, ҡәләм, юйғыс һәм төҫлө буяу һорап алды ла, көрөшкәһен, ватман ҡағыҙын күтәреп, коридорға сығып китте. Тәүге дәрестәргә барып торманы ул көндө.
Һүрәтте бик шәптән төшөрмәһә лә, был рәсеме айырата үҙенсәлекле, матур сыҡты. Һәр өлөшө ентекләп яһалған, буяуҙары сағыу, төҫтәре бай.
Рәсемендәге ҡыҙ төшөндәге егетте нисек күҙ алдына баҫтырған, шул килеш яһаны. Мотоциклы эргәһендә шлемы эленгән рулгә тотоноп, башын ғына бороп, арты менән баҫҡан. Ҡараға күк һыҙатлы курткаһының арҡаһына ҡанаттарын йәйгән бөркөттө өҫтәне, шул биҙәкһеҙ образы тулы булмаҫ кеүек тойолдо. Ихлас йылмайып төшөрҙө, күҙҙәренә яҙғы туғайҙың хәтфә йәшеллеген бирергә тырышты. Ватман беренсе курстан өсөнсөгә күскәнсе стенала эленеп торҙо ла, һуңынан дүрткә бөкләнеп бер йәшниккә кереп батты. Төштәре лә хәтер һандығына кереп ятҡайны ла...
Эле ҡыҙҙарҙың магистратураның беренсе курсын яҡшы ғына тамамлап килеүҙәре хөрмәтенә июнь эҫеһендә Ирәмәлгә күтәрелеп, кире Өфөгә ҡайтып барыуҙары. Ҡаланың дүрт яҡлап ҡыҫҡан таш диуарҙарынан ике көнгә булһа ла ҡасыу – йән рәхәте. Әҙиләнең йоҡоһо ҡасты. Ул буш ултырмайым тип Алһыуҙан фотоаппаратын һорап алды. Тик беренсе кадрҙы асып ҡарау менән төҫө ҡасып, ағарынып, ҡорамалды тегегә һуҙҙы. Ҡалтыранған тауыш менән:
– Был кем? – тип шым ғына өндәште. Хәүефләнеп киткән Алһыу тәүҙә:
– Берәй ерең ауыртамы әллә? – тип белеште. “Юҡ,” – тип баш сайҡағанын күргәс, һүҙен дауам итте:
– Бер иҫәрҙер, күрәһең. Шулай булмаһа, белмәгән кешенән һине тәҙрә аша күреп, ҡан төркөмөңдө һорап тормаҫ ине.
– Минекен?
– Эйе, һинең исемең менән ҡыҙыҡһынды. Исемеңде әйттем былай.
– Нисек танышып киттегеҙ уның менән?
– Дуҫы матайы менән саҡ бәреп китмәне. Был шуның өсөн ғәфү үтенеп, ике стакан кофе тотторҙо. Һинең менән ҡыҙыҡһынды аҙаҡ. Әллә танышһығыҙмы?
Эйе лә, юҡ та. Иҫләйһеңме стенала егет һүрәте торҙо? – Алһыу ҡаштарын йыйырып, хәтерендә ҡаҙынды, күрәһең, йөҙө яҡтырып китте лә кире йыйырылды ҡаштары. Кадрҙы бер яҡынайтып, бер йырағайтып, һораулы ҡарашын Әҙиләгә төбәне.
-Шул да инде, ивет?
-Ахыры.
-Нисек, ахыры? Улайһа күрмәгән-белмәгән егеттең рәсемен нисек төшөрөп, стенаға элеп ҡуйҙың?
– Ике тапҡыр төшөмә кергән ине, яһаным да элдем. Беҙ йылдар буйына уны һинең яуапһыҙ мөхәббәтең, кумирыңдыр тиеп йөрөһәк.
– Мин дә уны бер рәсем генәлер тиһәм. Ә ул ысын булып сыҡты. Баяраҡ, өсөнсөгә кергәйне төшкә. “Уян, матурым,” – тип өндәште м миңә.
– Исемеңде һорашҡан сағы булғандыр әле. Уянһаң, үҙең генә сығып танышыр икәнһең. Әүлиәлер ул бәндә, төшөңә кереп һөйләшкәс.
– Кем булһа ла барыбер түгелме? Ҡыҙыҡ, уға ни бысағыма ҡан төркөмө?
– Доноры булғанһыңдыр? Бер нисә тапҡыр һорауҙары буйынса ҡан тапшырғыланың түгелме һуң?
– Улайға китһә, операция ваҡытында бер донорҙың ғына ҡанын ҡоймайҙар бит, ә бер нисәүҙекен. Улар тураһындағы мәғлүмәт тә йәшерен сер итеп һаҡлана.
– Хәҙер беҙ бер нәмәне тикшереп ҡарайбыҙ, – тип Алһыу телефонын кеҫәһенән тартып сығарҙы. – Уның өсөн беҙгә интернет һәм әҙ генә ваҡыт кәрәк. Юйып ҡына ташламаған булһам.
“Бәйләнештә” төркөмөнә инеп, хан заманындағы, йәғни, бынан биш йыл элекке яҙмаларын ҡарарға кереште. Эҙләгәнен тапты, буғай, шатлығынан ауыҙ йырып, телефонын Әҙиләгә тотторҙо.
– Һин ысынлап та, уның доноры булғанһың. – Әҙилә яҙмаға күҙ йөрөттө. Мотоциклда аварияға осрап, реанимацияға эләккән егеткә операция һәм I(О)Rh “– “ ҡан төркөмө талап ителә. Теләүселәр уның исем-шәрифен әйтеп, ҡан тапшырһындар ине. Әлеге лә баяғы шул Алһыу эйәртеп китте Әҙиләне. Башҡаларға ҡандарының бер өлөшөн кире тамыҙһалар, ҡыҙға физиологик иретмә генә ҡойҙолар. Башы әйләнеп, сығып барғанында ирле-ҡатынлы (ата-әсәһеме) аҡса һуҙҙы. Әҙилә “кәрәкмәй” тип мығырлап, тайыу яғын ҡараны. Аҡсаларын Алһыу алған, күрәһең, кисен гемоглобин күтәрәбеҙ тип дүрт кило алма тейәп ҡайтмаҫ ине.
Ике аҙнанан, тағы бер ҡан тапшырҙы ла, Әҙиләне бүтән борсоманылар. Мәҙәк кенә килеп сыға ла был төштәре. Тәүгеһе, моғайын, был егет аварияға осорар алдынан кергәндер, икенсеһе, бәлки һауығып, аяғына баҫҡан сағы булдымы икән? Йәиһә, иҫенә килгән сағы... Тик ҡыҙҙың төшөнә инеүенән ни фәтеүә. Таныш-белеше түгел. Бер-береһен белһәләр, бәлки, иҫкәртер ҙә ине, былай нисек хәбәр итмәк кәрәк? Әҙиләнең телепат һәләте юҡ. Кемгәлер аяғына баҫырға әҙ булһа ла ярҙам иткән икән, ҡыҙ бик шат. Бынан ары һәр кемдең үҙ өлөшө генә булһа ла, мәслихәт.
Әммә Алһыу улай тип уйламаны. Һә тигәнсе егеттең интернеттағы сәхифәһен табып, уны иңләп буйлап сыҡты.
– Ул, моғайын, һинән ике-өс йәшкә генә өлкәнерәктер, сөнки эшләп йөрөй. Ҡыҙы ла юҡ, булһа сәхифәһенә “Ҡайҙа һин, минең Йыһаным?” тигән статус ҡуймаҫ ине. Тәк, автомобилдәр менән ҡыҙыҡһына икән. Йыр һөйөүсе күрәһең, йыр теҙмәһе нимә менән генә тулмаған. Ары киттек... Кафеларға йөрөргә әүәҫ, ахыры, ә төнгө клубтарҙа төшкән фотоһүрәттәре юҡ. Кем булып эшләгәнен аныҡ ҡына әйтә алмайым. Газ өлкәһендә түгелме икән...
– Һиңә ЦРУ-ла эшләргә кәрәк булған. Ҡуш ҡуллап алырҙар ине, – тип көлөмһөрәне Әҙилә. – Нимә тип ҡыҙыҡһынаһың кеше сәхифәһендә. Ул егеттең ҡолағы дөрләп яналыр ошо минутта һинең шул тиклем тетеүеңә.
– Һеҙҙе таныштырырға ине иҫәп. Төштәрҙе өнгә әүерелдерәйек! – Артыҡ илһамланып китте был димсе.
– Бая ғына битәрләй инең түгелме ул егетте? – Әҙилә ауыҙ йыра.
– Тәүге тәьҫораттың алдаҡсы булыуы ла мөмкин, – тип аҡлана Алһыу.
– Ярар, көлөп туйҙыҡ, минең башҡа эштәрем бар, – Әҙилә фотоаппаратын рюкзагына тыҡты ла, был турала һөйләшеү тамам икәнлеген белдерҙе.
Алһыу, бер тешен батырһа, рәхәтләнеп кимермәйенсә туҡтамай торған. Был ғәҙәте ҡайһы саҡ мәшәҡәттәр килтерһә лә, ҡыҙ унан ҡотолорға уйламай ҙа. Был юлы Алһыу нисек тә Әҙилә менән теге төштә күргән егетен (Альберт ине исеме) осраштырырға һүҙ ҡуйҙы. Тик асыҡтан-асыҡ түгел, ә осраҡлы рәүештә.
Егетте ризалатыуы ҡыйын булманы. Ул Алһыуҙың яҙған хәбәренә тиҙ яуап бирҙе, Әҙилә тураһындағы мәғлүмәткә бик һөйөндө, буғай. Баҡһаң, егет ҡыҙҙы биш йыл буйына ҡасан да булһа осратырына өмөт итеп йәшәй икән. “Ул миңә йәшәргә көс бирҙе” тигән һүҙҙәренә Алһыу артыҡ иғтибар бирмәне, аҙаҡ үҙенә һайрарһың тине лә ҡуйҙы. Эш нисек был икәүҙе осраштырырға тигән мәсьәләлә ҡалды. Уйлап-уйлап, Алһыу бер кисте, Салауат Юлаев һәйкәле янында осраҡлы ғына тап булыу планын Альбертҡа әйтте.
Әйткән эш, бөткән эш. Йома кисендә, Алһыу, саф һауа һулайыҡ тигән һылтау менән Әҙиләне тышҡа йөрөп килергә алып сығып китте. Әллә һиҙенде инде тегеһе, ыҡҡа килә алмай оҙаҡ ҡына бәхәсләштеләр. Алһыу йылан аяғын һындырыр кеше үҙ һүҙен һүҙ итте. Үҙенеке һүҙ булмаһа ла, егеткә биргән һүҙе бар.
Тәүҙә аҫтағы майҙансыҡты йөрөп әйләнделәр, яйлап өҫкә үрләнеләр. Егет күренмәне. Алһыуҙың кәйефе лә төшә башланы. “Ҡурҡҡандыр, моғайын,” – тип уйланы. Өҫтәге майҙанға менеп еттеләр. Әҙилә: “Мин йылғаға ҡарап торам әле,” – тип һулға ҡайырылды. Алһыу эскәмйәгә барып ҡунаҡланы. Кеше шул тиклем күп. Өфөлә башҡаса йөрөр урын бөткәндер шул, барыһы ла ошонда килеп тығылмаһа бер юлы...
Алан-йолан ҡаранып ултырғансы, Әҙилә торған еренән юҡҡа сыҡҡайны. “Атаҡ!” – тип кенә ултырып ҡалды Алһыу. Әҙиләнең фонтандар эргәһенә барғыһы килеп китте ҡапыл. Шуға ла ул Алһыуҙы ла көтөп тормайынса алға һыпыртты. Яйлап ҡына оло фонтанды урап сыҡты ла, кесеһенә килеп ҡунаҡланы. Бер аҙҙан эргәһенә берәү килеп баҫты. Һыу менән уйнаған ҡыҙ эргәһендәге кешегә күтәрелеп ҡараны ла, һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды: “Һин?!.” Теге ватман битендәге һүрәт һәм фоторәсем бергә ҡушылып, алдындағы һомғол буйлы һәм яҙын уянған йәшеллекте хәтерләткән иҫтән яҙырлыҡ күҙле егеткә әүерелде. Сикәләре тулҡынланыуҙанмы алһыуланып киткәс, тәрбиәле шырт йөн баҫҡан аҡһыл битенә бигүк тап килеп етмәгән һымаҡ. Тигеҙ аҡ тештәрен йылтыратып, ихлас йылмая бит әле. Ҡулындағы аҡ раузалы олоғара гөлләмәһен ҡайҙа итергә белмәй, бер ҡосаҡлай, бер кире беләгенә һала. Шулай ғәжәпһенеп бер килке торғас, иҫенә тәүләп ҡыҙ килде лә ултырырға тәҡдим итте. Егет һүҙһеҙ генә гөлләмәһен ҡосаҡлатҡас, әҙерәк йөрөп килергә рөхсәт һораны.
Бәй, төшөң өнгә әүерелһә, ҡыҙыҡ ҡына тойғо кисерәһең икән. Тауышы һуң... “Уян, матурым,” тип өндәшкәндә, тәндәре сымбырҙаны хатта. Ниңә Алһыу менән бәхәсләшеп маташты инде? Әҙилә үҙенең һүҙҙәренә ҡаршы сыға түгелме? Танышмайым тип Алһыуға ҡаршы төшөп, һөйләшеүҙе туҡтатып ҡуйғайны. Әле шатлығы эсенә һыймай, ауыҙ йырып китеп барышы.
Егет үҙе менән дә таныштырҙы: егерме ете йәшендә, газ селтәрендә инженер булып эшләй, мотоцикл йөрөтә, буш ваҡытында машиналар йүнәтеү менән мәшғүл. Шулай һөйләшеп йөрөгәндә егет менән ҡыҙҙың ҡаршыһына, ҡылтайған килеш онотолған Алһыу осраны. Икеһен дә тетеп ташларға иҫәбе булһа ла, быларҙың уртаҡ тел табыуҙарына сәйерһенепме, һөйөнөпмө, тыйылып ҡалды. Ҡыҙыҡ был Әҙилә, автобуста нисек ҡаршы төшкән ине, әле һин дә мин егет менән күптәнге таныштар кеүек һөйләшә бит әле! Тегеһе лә килешкән, бер тотам да артынан ҡалмай ҡыҙҙың. Әллә ҡайҙа төптәрәк, көнләшеүгә оҡшаш хис тә баш ҡуҙғатҡайны, Алһыу уны тиҙ генә ҡыуып ебәрҙе. Кем белә, бәлки, туйҙарында балҡып түрҙә ултырыр әле ул. Уйҙарына эстән генә көлдө лә, артабан өсәүләшеп юлдарын дауам иттеләр.
Альберт бынан биш йыл элек мотоциклда аварияға эләкте. Бер аяғы һәм ҡулы һынғайны, күп ҡан юғалтыуҙан, баш мейеһе һелкенеүҙән егет киҫһеҙ килеш реанимацияла бик оҙаҡ ятты.
Аварияға эләгер алдынан, төшөнә иҫкәртеп, таныш түгел бер ҡыҙ керҙе. Әммә ҡыҙҙың “Туҡта!” тип ҡысҡырыуын ишетһә лә, туҡтай алмайынса, упҡынға ҡоланы. Әгәр төшөнә ҡарап, юлға сыҡмаһа, был аварияға эләкмәҫ тә ине. Тик ул көндө йөрәге нисектер һулҡылдап әрнеп торһа ла сыҡты бит юлға...
Икенсе төшөндә ул ҡыҙҙың йөҙөн күреү бәхетенә иреште. Төшөндә терелеп ултырһа, өнөндә иҫенә килде.
Альберт ҡыҙҙы фәрештәләй күреп, рәхмәттәр уҡыны. Биш йыл буйына ҡыҙ ҡиәфәтендәге фәрештәне эҙләне. Бер осрар тип өмөтләнде, донъялар ни тиклем генә киң булмаһын, кәрәк сағында тарайып та китә торған. Шул эҙләнеүҙәре арҡаһында бер ҡыҙ менән дә йөрөй алманы, шуға ла быйыл аптырап, сәхифәләге хәлен: “Ҡайҙа һин, минең Йыһаным?” тип ҡуйҙы.
Автобус тәҙрәһенә һөйәлеп, йоҡлап ултырған Әҙиләне күргәс, юғалып ҡалғайны. Ғәфү үтенеү һылтауы менән кофеһы түгелгән ҡыҙҙан исемен булһа ла һорашып ҡалайым тип уйлаған егет (ҡайҙан тегеләрҙең әхирәттәр икәнен һиҙенгән), ҡыҙҙарҙы бары ҡурҡытты ғына, шикелле. Ҡурҡыр ҙа шул, иҫәргә һанағандыр әле етмәһә, сит-ят кеше ҡан төркөмөн һорап торһон әле. Шулай ҙа исемен булһа ла хәтерендә ҡалдырҙы. Тәҙрәләге ҡыҙ уянманы, уңарсы автобусы ла ҡуҙғалып китте. Альберт фәрештәһенең тере йән икәнлегенә ышанырғамы, юҡмы тип, “Сим” кафеһында тороп ҡалды.
Ҡыҙҙың әхирәте хәбәр яҙғас, Альберт алтын тауҙар тапҡандай һөйөнгәйне. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына... Нисек, ҡайҙан эҙләп табырға ҡыҙҙы тип баш ватҡанда бик шатлыҡлы хәбәр булды был.
Осрашыу көнөндә тулҡынланыуынан, ҡыҙҙарҙың юлына сыға алмай бер булды. Әҙиләнең фонтан эргәһендә яңғыҙы булыуын күргәс, ҡыйыулығын туплап эргәһенә килде.
Ҡыҙҙарҙы ятаҡтарына тиклем оҙатып ҡуйҙы. Улар бүлмәләренә күтәрелеп, Әҙилә тәҙрәнән ҡул болғағансы аҫта көтөп торҙо. Ҡыҙыҡ, үҙе фәрештә, ә үҙе ябай ғына Ер ҡыҙы. Егеттең биш йыл буйына тулаған йөрәгендә, ниһайәт, һиллек урынлашты. “Рәхмәт, күктәр, көттөрөп булһа ла, төштәремде өнгә әйләндергән өсөн,” – тип шыбырҙаны егет, мотоцикл тиҙлек йыйып юлға сыҡҡанда. – Дөрөҫөрәге, фәрештәмде терелткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Тиҙҙән сәхифәләге хәл дә үҙгәрҙе: “Минең Йыһаным!”

Аэлита ИЛҺАМОВА,

Белорет районы Йөйәк ауылы.
Читайте нас: