-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
24 Май 2019, 17:31

“Пионер”ҙан – мөхәббәт! “Аманат”тан – аман ат*

Был ваҡиға совет осоронда була. Элек интернет, кеҫә телефоны, социаль селтәрҙәр булмағанлыҡтан, уларҙың ролен “көндәлек”тәр, йәки күңел дәфтәре үтәгән.

Был ваҡиға совет осоронда була. Элек интернет, кеҫә телефоны, социаль селтәрҙәр булмағанлыҡтан, уларҙың ролен “көндәлек”тәр, йәки күңел дәфтәре үтәгән. Бер-береңә бағышлап иҫтәлектәр яҙыу – ул замандарҙа үҫмерҙәр араһын-

да бик таралған булған. Ә интернет урынына – матбуғат баҫмалары.

“Гәзит-журнал килгән көн беҙҙең өсөн оло байрам ине, өйҙә балалар күп, кем тиҙерәк эләктерә инде, талашып уҡыйбыҙ,” – тип һөйләй атай-әсәйем.

Журналда шиғырҙары, хикәйә-мәҡәләләре сыҡҡан уҡыусыларҙың адрестарын алып, уларға дуҫтарса хаттар яҙып ебәреү ғәҙәти күренеш булған. Шулай, атайым менән әсәйемде лә “Пионер” журналы (“Аманат”тың ул ваҡыттағы исеме шулай аталған) таныштыра. Әсәйем журналдың йәш хәбәрсеһе була.

Бер мәл, “Пионер”ҙа мәҡәләһе менән фотоһүрәте баҫылып сыҡҡас, (журналдың был һаны беҙҙең ғаилә архивында әле лә һаҡлана), әсәйемде күреп, атайым уға ғашиҡ була. Беренсе күреүҙә үк! Атайымдың һөйләүенсә, үҫмер генә булһа ла (!), уның башынан: “Был ҡыҙыҡай минең кәләшем буласаҡ,” – тигән уй үтә. Ул оҙаҡ уйланып тормай, танышырға теләген белдереп, мәҡәлә авторына – әсәйемә хат яҙып та ебәрә. Хат менән бергә үҙенең фотоһүрәтен дә һала. Бер аҙҙан әсәйемдән яуап хаты килә. “Беренсе мөхәббәт” тарихы уларҙың шулай башланып китә. Йылы хистәр тулы был хаттар

беҙҙең өйҙә әле лә ҡәҙерләп һаҡлана.

Ул замандарҙа автобустар-машиналар һирәк йөрөгән. Аралар бик алыҫ булмаһа ла, осрашып күрешеү ҡатмарлы булған. Унынсы синыфта уҡығанда, атайым, әмәлен табып, һөйгән ҡыҙын барып күрә: олатайымдың “Урал” мотоциклын, үҙе күрмәгәндә генә алып, дыуамалланып, юлға сыға. Бик мажаралы була уның юлы: һөйгәненә ялан сәскәләре өҙәм тип, юлда батып ултыра. Көс-хәлгә мотоциклды сығара сығарыуын, ә үҙе баштан-аяҡ батҡаҡҡа ҡойона. Ҡулына ялан сәскәләре тотҡан, ике күҙе генә йызлап күренеп торған, ҡарарлыҡ ере ҡалмаған егетте күреп, әсәйемдең ҡото алына. Ул ваҡиғаны иҫләй башлаһалар, атайым менән әсәйем әле лә эстәрен тотоп көлөшә. Һорауһыҙ мотоциклды алғаны өсөн, олатайҙан да бик ҡаты эләгә уға.

Мәктәпте тамамлағас, атайымды армия сафына алалар. Ә әсәйем, журналист булыу хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатынан, Өфөгә уҡырға килә. Армиянан ҡайтҡас, атайым да, юғары уҡыу йортон тамамлай.

Улар студент йылдарында уҡ матур ғаилә ҡороп ебәрә. Журнал үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгән осорҙа, 1999 йылдың 7 мартында, баш бала булып мин донъяға килгәнмен. Иң ҡыҙығы шул: исем ҡушырға булғанда әсәйем дә, атайым да икеһе бер юлы “Аманбай” тип әйтеп һалған. “Пионер”ҙан ҡабынған мөхәббәттәре, “Аманат”та емеш биргән бит! Исемем “Аманат” һүҙенән алынып, был донъяла Аманбай булып йәшәүем менән мин бик бәхетле. Исемем үҙемә ныҡ оҡшай. Дуҫтарым, ҡыҫҡартып, Аман тип кенә йөрөтә.

Ғүмер юлым иҫән-имен, бәхетле үтеүен теләп тә ҡушҡандарҙыр был матур исемде. “Аманат” журналын үҙемдең бер туғандай күргән иң яҡын дуҫым тип һанайым, сөнки журнал минең донъяға килеүемә сәбәпсе. Ул булмаһа атайым менән

әсәйем осрашмаҫ ине, ә мин тыумай ҡалыр инем.

Мәктәп йылдарында ла журналдан айырылманым, әле лә уҡып барам. Киләсәктә, Аллаһ Тәғәлә бойорһа, балаларым да “Аманат”лы буласаҡ.

Яратҡан журналымды (ул беҙҙең ысын мәғәнәһендә ғаилә ағзаһы) юбилейы уңайы менән ҡотлап, уның да ғүмер юлы бәхетле һәм имен-аман үтеүен теләйем.


Аманбайҙың ғаилә тарихын

Зөбәржәт ЯҠУПОВА яҙып алды.


*Аман ат – яҡлаулы исем мәғәнәһендә.
Читайте нас: