+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
31 Май 2019, 19:12

Яратып йөрөгән егетемдең ауылында балалы ҡатыны булған…

Ә ул алданы. Хыялдарымды селпәрәмә, тормошомдоң аҫтын өҫкә килтерҙе. Минең аҡылыма һыйманы, йөрәгем ҡабул итмәне был хәлде. Тап ошо мәлдә беҙ мәңгегә айырылдыҡ...

Мин ул ваҡытта, Ырымбур өлкәһенән Өфөгә килеп, педагогия институтының беренсе курсын тамамлап ҡына йөрөй инем. Башҡортостандың баш ҡалаһында уҡыу, башҡорт мөхите, тиҫтерҙәрем менән аралашыу – быларҙы оло бәхет итеп ҡабул иттем. Бер төркөм дуҫтар менән Өфөнөң иң матур ерҙәренең береһе – Салауат Юлаев һәйкәле янында, гармун моңона йырлап-бейеп күңел асыу, ул мәлдәрҙә йәштәр араһында күркәм бер йола ине. Улар шулай бер-береһе менән аралаша, таныша.

Йәй башы. Имтихандар тапшырылған. Кәйефтәр күтәренке. Алда – оҙайлы каникул. Ҡурайға, гармунға хәлдән тайғансы, танһыҡ ҡанғансы бейейбеҙ.

Тәнәфес һымағыраҡ бейеүҙән туҡтап торған бер мәлдә, йәштәрҙән кемдер, ярыш ойоштороп ебәрҙе: Салауат Юлаев һәйкәле торған тау буйлап аҫҡа йүгереп төшөргә, йүгереп менергә – кем тиҙерәк!

Шул мәлдә береһенән-береһе сибәр, күҙҙең яуын алып торған хәрби кейемдә егеттәр хасил булды. Хәрби училище курсанттары икән. Улар ҙа беҙгә ҡушылды. Ер ябып тигәндәй, йәштәр уҡтай түбәнгә атылды.

…Бына ошонда осраштыҡ инде беҙ Й. (исемен яҙып тормайым) менән. Шәп йүгереп барғанда яңылыш баҫып, аяғымды ауырттырҙым. Йүгереп килеп, иң беренсе Ул миңә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ул булмаһа, тау үренә нисек менеп етер инем икән? Белмәйем. Ул шул тиклем итәғәтле, яғымлы, сибәр, көслө, ғөмүмән, ысын ир-егет! Аяғым ауыртып, көс-хәлгә тау башына менеп еткәнсе, күңелемдең йылы ғына бер мөйөшөнә инеп тә урынлашты был егет.

Дуҫлығыбыҙ шулай дауам итте. Ваҡыттың үткәнен дә белмәй, иҫебеҙ китеп, Өфө буйлап сәғәттәр буйы етәкләшеп йөрөй инек. Сәғәт ун берҙә курсанттарҙы барлау ваҡыты. Ул шул ваҡытта урынында булырға тейеш. Бер минут та һуңларға, тәртип боҙорға ярамай. Ни тиһәң дә ул – буласаҡ хәрби.

Үҙе Башҡортостандың алыҫ районынан. Тыуған яғынан поезд Өфөгә иртәнге алтыла килеп етә. Шуға ла гел генә таңғы етенсе яртыла мин йәшәгән ятаҡҡа һуғыла торғайны. Бер ваҡыт тәҙрәмә ваҡ тинлектәр бәрелә. Сылтыыыыррр… Кем унда? Тәҙрәгә бағам. Ауыҙын йырып, Ул тора!

– Оҙон бау төшөр! Осон ныҡ итеп тот, – тип команда бирә миңә.

Аптырайым. Нимә икән? Үҙе минән нимәлер йәшереп тота. Бауға ҙур ғына төргәк бәйләй.

– Тарт, әйҙә!

Ҡулыма төргәкте алам. Был нимә?

– …Ынйы сәскәһе! – Шатлығымдан өнһөҙ ҡалам.

– Ҡайҙан алдың?

– Үҙем йыйҙым! Яландан! Поезды туҡтатып!.. – Ул шулай гел шаяртырға ярата мине. Ә үҙе: “Ярай, хуш! Осрашҡанға тиклем!” – тип ҡул болғаны ла, ҡабаланып, уҡыуына йүгерҙе. Һуңламай, уҡыуына барып етергә кәрәк.

Өфөлә уҡыуының һуңғы йылы. Артабан Мәскәүҙә, ошо йүнәлештә, белемен камиллаштырыу тураһында хыялланды. Тырыша торғас, теләге тормошҡа ашты. Иртәгә Мәскәүгә китәм тигән көндө, минең тормошомдо селпәрәмә килтергән хәбәр һалды: уның ауылда балалы ҡатыны булған. Сабыйға – туғыҙ ай. Имеш, уны туғандары, балаң етем үҫәсәк тип, ҡыҙҙы кәләш итеп алырға мәжбүр иткән. Ә үҙе миңә өйләнешеп, Мәскәүгә бергә китергә тәҡдим яһай.

Нисек инде ғаиләһе булыуын ошоға тиклем миңә әйтмәй, йәшереп йөрөгән?!. Минең аҡылыма һыйманы, йөрәгем ҡабул итмәне был хәлде. Тап ошо мәлдә беҙ мәңгегә айырылдыҡ. Был ваҡиға, ғүмерлек йәрәхәт яһап, күңелдә уйылып ҡалды. Тәҡдимдәр булһа ла, кейәүгә сыҡманым. Ир-егеттәргә һағайып ҡараным. Ышанысым юғалды уларға. Яңынан ошондай хәлгә тарып ҡуйыуҙан ҡурҡтым.

Был ваҡиға хәҙер йөрәгемде үткер бысаҡ менән телгеләп тормай, шулай ҙа күңелдә ята. Йәш булһам да эске һиҙемләү, аҡыл булған икән миндә. Үҙемдең яратҡан кешемдән ваз кисеп, дөрөҫ эшләгәнмен, тип уйлайым. Һис юғында балаһы атайһыҙ үҫмәй.

Һеҙгә лә, балалар, минең менән булған хәл фәһем үә ғибрәт булһын, тип яҙҙым быларҙы…

ГӨЛФИӘ апайығыҙ.

Читайте нас: