+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
2 Август 2019, 19:44

Йәйге каникул булмаһын ине

Шунан бирле мин нимә эшләргә белмәйем. Минеңүсеккәнемде күреп ул һөйләшмәҫкә тырыша. Ә миңә ныҡ ҡыйын, уҡыуым даһүлпәнәйҙе. Бер нимә лә эшләгем килмәй.

Һаумы, яратҡан журналым!
Март һанындағы “Мәңгелек сер”ҙә гимназияла уҡығанда тәүге мөхәббәте менән танышҡан ҡыҙ тураһында уҡып, мин дә үҙемдең эс серемде яҙырға булдым. Башҡа аңлар, тыңлар кешем дә юҡ. Хат юлдарына теҙергә генә ҡала йөрәкте өтөп барған уйҙарҙы.
Миңә 15 йәш. Тыуған ауылымда мәктәп туғыҙ йыллыҡҡа ҡалдырылғас, сентябрҙә район үҙәгенә гимназия-интернатҡа уҡырға килдем.
Параллель синыфта Д. Исемле егет уҡый. Ул миңә ныҡ оҡшай! Ул да баштан уҡ миңә иғтибар итте. Ҡыҙҙарҙан ипләп кенә уның турала һорашып, уның ниндәй икәнлеген һораштым. Былай насар тимәнеләр, әммә уның былтыр бер ҡыҙ – З. менән йөрөгән икәнлеген еткерҙеләр. Ул ҡыҙ ҙа, минең кеүек, интернатта йәшәгән. Хәҙер ҡалаға ғаиләһе менән күскәндәр икән. Д. менән улар бик матур пар булған, тиҙәр. Тик уҡыуҙар бөтөп, йәйге каникулға таралышҡас, Д. уға “Һин матур ҡыҙ, тик мин былай ғына йөрөнөм. Онот” – тип смс-хат яҙған. Егеттәргә З. Тураһында насарлап һөйләп бөткән, булғанын-булмағанын. Ләкин мин ғәйеп З.-ла булғандыр, тием. Д. – һәйбәт, аҡыллы бит ул.
Ошо хәлдән һуң З. Беҙ уҡыған гимназияға килмәҫкә булған, йәй урталарында Өфөгә күсеп тә киткәндәр.
Хәҙер беҙ Д. менән дуҫлашабыҙ. Тик мин тыныс түгелмен. Оҙаҡламай йәй етә, мин үҙемдең ауылыма ҡайтам. Д.-ға: “Мине лә З.-ны ташлаған кеүек, ташламаҫһыңмы?” – тип һорағайным, ул: “Күҙ күрер” – тип кенә яуапланы. Шунан бирле мин нимә эшләргә белмәйем. Минең үсеккәнемде күреп ул һөйләшмәҫкә тырыша. Ә миңә ныҡ ҡыйын, уҡыуым да һүлпәнәйҙе. Бер нимә лә эшләгем килмәй. Ауылға ҡайтып китһәм, миңә телефондан һөйләшеү генә етмәй, уны күргем килеп кенә тора. Йәй көнө икенсе ҡыҙ табып ҡуйыр тип ҡурҡам. Йәйге каникулды башҡалар көтөп алалар, ә миңә ул кәрәкмәй! Нимә эшләргә икән?

Лилиә.

Читайте нас: