+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
14 Август 2019, 14:58

Егетемдең ҡолағын үҙем тешләнем

Мин малайҙар араһында үҫтем. Ун өс ағайым бар.Икәүһе – бер туған, ә ҡалғандары – ике туған. Өс туғандарҙы һанап та тормайым.Ун биш йәшемә тиклем шулар араһында мин бер бөртөк ҡыҙ булып үҫтем.

Ҡалала торҙоҡ, йәй етһә әсәйемдәр беҙҙе гел ауылға алып барып, өләсәйҙәрҙә ҡалдыра торғайны. Өләсәйемдә бөтөнөбөҙ ҙә йыйылабыҙ. Ҡала фатирында ултырып йонсоған балалар, ауылда, саф һауала, иркендә кинәнә торғайныҡ. Алты-ете йәш булғандыр, мине ағайымдар алмаш-тилмәш ҡарай. Уларға йөк булып йөрөйөм. Малайҙар үҙҙәренең футбол, баҫтырыш, һуғыш уйындарын уйнаны. Ә мин, бәләкәй булғас, ундай уйындар уйнай алмайым. Бер көн өләсәйемдәрҙең күршеһенә, ҡаланан, минең йәштәрҙә генә бер малай килде. Ағайҙарым: “Шул малай менән уйна!” – тип мине ҡала малайы менән ҡалдырып китә башланылар. Тегенең менән эй, рәхәтләнеп, ҡап-ҡара булғансы бысранышып, уйнай инек. Мин нимә әйтәм, шуны тыңлап ҡына йөрөнө, дуҫ-татыу булдыҡ.
Бер көндө телевизорҙан “Тамыр” тапшырыуын ҡарап ултырабыҙ. Унда "ҡолаҡ тешләтеү" йолаһы электән булған тип һөйләйҙәр. Ә өләсәйем, борон ул йоланы нисек башҡарғандарын, аңлатып ултыра беҙгә. Нисек килеп сыҡҡандыр, ләкин мин, шул мәлдә, “бергә булайыҡ” тинем дә, теге малайҙың муйынынан һығып ҡосаҡлап, ҡолағын умырғансы тешләп алдым. Малайҙың ҡолағынан шабырлап, ҡан ағып китте. Дуаханаға алып барып, ҡолағын тегеп ҡуйҙылар.
Был ваҡиға әлбиттә беҙҙең дуҫлығыбыҙға кәртә булманы. Икенсе көнө үк зыҡ ҡубып, бергә уйнай инек инде.
Йылғала һыу инеп, ҡырҙа еләк ашап, картуф күмеп, күрше инәйҙәрҙең алмаһына төшөп йыл да йәйге каникулдарыбыҙ бергә үтте. Икебеҙгә лә 13-14 йәш булғанын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Мин ҙурайғас, әсәйҙәр йәйге лагерҙарға йөрөтә башланы. Ауыл яғы яйлап, онотолғандай булды. Институтҡа уҡырға индем, каникулдарҙа ауылға килгәндә ишетә торғайным, теге дуҫым – күрше малайы – хәрби училищеға ингән икән тип. “Ул хәҙер йәй ҙә уҡый, августа ғына увольнениялары була,” – тип күрше инәй һөйләй торған ине. Институтты бөтөп, Истамбулда өс йыл, унан Америкала ике йыл уҡып белем алдым. Чикаго колледжын тамамлағас, Башкортостаныма ҡайттым. Быға тиклем үҙ эшемде асып, ҡалала фатир менән машина ла алып ҡуйған инем. Минең ҡайтыу беренсе май байрамдарына тура килде. Машинаға тейәлдек тә әсәйемдәр менән ауылға киттек. Көн йылы, һауа саф, өйҙә ултырып булмай. Бер заман мыш-мыш килеп өләсәйемдең мунсаһын, унан ағастарҙың олонон аҡлап йөрөйөм. Шулайтып, эш менән мәшғүл булып, баҡса таҙалап йөрөһәм, берәү миңә: "Тәк-тәк-тәк... Эшең еңел булһын!" – тигәнгә боролоп ҡараһам, янымда бер егет тора. Мин, ҡаушап киттем дә: "Ыыы... рәхмәт," – тигән булдым. Кем икән? Танымайым. "Мин шулай ныҡ үҙгәргәнменме?!" – тигәс кенә, кем икәне саҡ башыма барып етте. Ҡаршымда ябыҡ, һипкелле, сибек һәм йонсоу ғына малайҙан, киң күкрәкле, оҙон буйлы, ир ҡорона ингән егет тора. Хоҙаааайыыыым! Икебеҙ ҙә бер-беребеҙгә шаҡ ҡатып, ҡарап торҙоҡ. Ошо минуттарҙан башланып китте беҙҙең мөхәббәтебеҙ тарихы. Кисен саф һауала йөрөйбөҙ. Һөйләшеп тә, ҡосаҡлашып та туйып булмай. Ул хәрби училищены бөткән, ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеп, ҡалала ҙур вазифала эшләй. Ҡолаҡта теге йөй тора.
Үҙе һөйләй: – Хеҙмәт иткән сағында “был ниндәй йөй,” – тип һораһалар, мин: "Кәләшем ин һалды,"– тип әйтә торғайным, ти. Шулай, йәмәғәт, беҙ инде хәҙер өйләнешкәнбеҙ, бәпесебеҙ тыуҙы, Аллаға шөкөр! Ағайҙарыма ҙур рәхмәттәр уҡыйым, бала саҡта минең менән уйнамағандарына.
Читайте нас: