Сәләм, “Аманат”! Мин һинең һәр бер һаныңды һағынып көтөп алам. Айырылмаҫ дуҫым һин минең. “Мәңгелек сер”гә үҙемдең хәлемде яҙып ебәрергә булдым. Бәлки, минең хатымды ла баҫтырып сығарырһығыҙ.
Миңә быйыл 17 йәш тулды. Үҙебеҙҙең ҡасаба мәктәбендә һәйбәт кенә итеп уҡып йөрөйөм. Бөтәһе лә һәйбәт кеүек, хатта суперһәйбәт ине. Мәктәптә лә, өйҙә лә, дуҫтар араһында ла…
Был хәлде мин баштан башлап һөйләйем. Минең ике туған һеңлем бар. Исемен И. тип алайыҡ. Ул минән бер йәшкә генә кесе. Холҡо уҫал ғына. Беҙ бер мәктәптә уҡыйбыҙ, туған ғына түгел, беҙ – әхирәттәр ҙә.
Былтыр, йәғни 2018 йылдың 14 февралендә мәктәптә ҙур дискотека үткәрҙеләр. Шунда мин күптән оҡшатып йөрөгән А. исемле егет мине бейергә саҡырҙы. Ул 10-сы синыфта уҡый ине. Иптәштәре араһындағы иң ғәййәр, һүҙе үтә торған егет. Мин үҙемде бик бәхетле тойҙом. А. мине кисәнән һуң өйгә тиклем оҙатты. Ҡайтҡас, бының турала һеңлемә шылтыратып һөйләнем. Йәнәһе, шатлығым менән бүлешәм. Һеңлем өндәшмәй генә тыңланы ла телефонын һүндерҙе лә ҡуйҙы. Мин аптырап киттем. Иртәгәһенә мәктәптә осраштыҡ. Һеңлем минең менән һөйләшкеһе килмәне. Ә кисен ул миңә СМС-хат ебәрҙе: “А. – минеке. Беҙ күптән йөрөйбөҙ. Тағы берҙе уға яҡынлағаныңды ишетһәм, апай тип тормаҫмын”. Миңә ҡыйын да, оят та булды.
Апай менән һеңле булғас, был низағыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Кире дуҫлашып киттек. Мин ғәфү үтендем. Ә А.-ны башҡа үҙемә яҡын юлатмаҫҡа булдым. Ул да А.-ны ташлауы тураһында әйтте.
Һуңғы уҡыу йылында һеңлем менән мәктәптәге иң популяр ҡыҙҙар рәтендә йөрөнөк. Сөнки төҫкә ул ныҡ матур, кейеме лә иң ҡыйбатлыһы. Ә мин, уға ҡарап, матур итеп биҙәнергә, кейем һайларға өйрәндем. Беҙгә ҡарап, башҡа ҡыҙҙар көнләшә торғайны, әммә асыҡтан-асыҡ күрә алмауҙарын күрһәтергә ҡурҡтылар, “Мәктәп королевалары” тип йөрөттөләр беҙҙе.
Быйыл беренсе майҙа өлкән синыф уҡыусылары, йыйылышып, ҡырға сығырға булдыҡ. Атайымдың машинаһын алып, беҙ ҙә һеңлем менән ҡырға сыҡтыҡ. Атайым миңә үткән йәйҙә үк автомобилендә йөрөтөргә өйрәткәйне. Һорауһыҙ алып торорға тура килде инде. Үҙе өйҙә юҡ ине.
Бөтәһе лә йыйылғансы кис булып китте. Тышта ныҡ һыуыҡ булғас, машина эсенә инеп ултырып торорға булдым. Өҫтөмә кейергә йоҡа джинс костюм ғына алған инем. Шул саҡта алғы яҡтағы пассажир урынына А. инде лә ултырҙы. Мин уға “Бар сыҡ,” – тип тә ҡараным, ул тыңламай. Бер заман ул, үрелеп, мине ҡосаҡланы ла, салондағы утты ҡабыҙҙы. Тыштағылар бөтәһе лә күрҙе!
Быны күргән һеңлем миңә үсегеп, йәйәүләп ҡайтып китте. Артынан ҡыуып етеп, А.-ның махсус рәүештә ҡыланыуы тураһында ла аңлатыр ға тырышып ҡараным. Юҡ. Ишетмәмеш булды. Бер уйлаһаң, улар әллә ҡасан ташлашҡан ине бит инде. Мин уны ла, А.-ны ла аңламаным.
Май байрамы үткәс, мәктәптә миңә ысын тамуҡ башланды. Һеңлем, минең турала теләһә нәмә һөйләп, ҡыҙҙарҙы миңә ҡаршы ҡотортҡан. Улар минең менән һөйләшмәй. Башҡалар, беҙҙең рәткә инмәгәндәре – мине асыҡтан-асыҡ мыҫҡыл итә башланы. Егеттәр ҙә, үткән-һүткән һайын ауыҙҙарын салшайтып, көлөп ҡала. Мәктәптә күрһәтмәһәм дә, өйгә ҡайтҡас, ҡысҡырып илайым.
Хәҙер мин тыуған ҡасабамдан китергә булдым. 9-сы синыфтан һуң уҡ документтарымды алып, ҡалаға, берәй колледжға ысҡынырға кәрәк булған. Бер йылым әрәм булды. Шулай хәлдәр. Кем белә, бәлки, бер заман һеңлем менән килешербеҙ. Минең бында бер ғәйебем дә юҡ бит.