+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
12 Ноябрь 2019, 14:35

Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!

"Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!" тигән хат килеп төштө беҙҙең редакцияға. Ҡыҙҙар, егеттәр, ә һеҙ уның менән килешәһегеҙме? Әйҙәгеҙ, комментарийҙарҙа бергәләп фекер алышайыҡ. Беҙгә хат яҙығыҙ!

Һәр егеттең матур ҡыҙ менән танышҡыһы килә. Шул ҡыҙ менән дуҫлашып йөрөргә, артабан ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә, һөйөргә һәм һөйөлөргә хыял итә. Ләкин беҙҙең илдәге бөтөн ҡыҙҙар ҙа тиерлек, телевизорҙа барған тупаҫ сериалдарҙы ҡарап, үтә мәкерлегә әйләнгән шул. Уйҙарында ла, телдәрендә лә байлыҡ, байлыҡ һәм тағы ла байлыҡ ҡына.
Ҡыҙҙар егет кешенең күңелен бөтөнләй күрә белмәй. Ҡалалағылары туған телдә һөйләшмәй, башҡорт йырҙарын тыңламай. Уларға бағышлап шиғыр яҙһаң: “Фу, что за тупость”, – тип, танау сиралар, ә тырышып йыр йырлаһаң. “Ты спой как Пён Бэк Хён”, – тип кенә яуап ҡайтаралар. Ә минең ул кореец һымаҡ сыйылдағым килмәй. Ғөмүмән, Көньяҡ Корея төркөмдәрен бөтөнләй тыңламайым. Ишетһәм, ҡоҫҡом килеп китә. Егет исемен шул хәтлем мыҫҡыл итергә ярамай бит. Егет ул – ҡаһарман, ил тотҡаһы, ғаилә башлығы. Сыйылдап йырлап, маймылланып йөрөү – егет лек түгел. Бына Төньяк Кореяла, исмаһам, шәп егеттәр йәшәй.
Егеттәр, һеҙ кемгә оҡшарға теләр инегеҙ? Ҡыҙҙарҙан һорап тормайым да, сөнки улар Көньяҡ Кореяны һайлаясаҡ.
Бер һорау миңә тынғы бирмәй: ни өсөн ҡыҙҙар шул тиклем эскерле зат ул? Һинең телефоның төймәле булһа, улар боролоп та ҡарамай (үҙем тикшереп ҡарағаным бар). Айфондың һуңғы моделе ҡулыңда булһа иһә, бесәй кеүек мырылдап, яныңа килеп тә етәләр. Айпад булһа – “полный отпад” инде. Ҡайҙан алдың? Күпме тора? Камераһы нисек төшөрә? Һәм башҡа булдыҡһыҙ һорауҙар яуҙыралар. Айфон тотоп килдең ни ҙә, ябай андроидмы – барыбер шул уҡ функцияны үтәй бит.
Мәкерлек яғынан да шул ҡыҙҙарға еткәне юҡ инде. Мәктәпкә һине ниндәй машина алып килгәнен ҡарап ҡына торалар. Беҙҙең машина – “Лада”, ләкин мин оялмайым. Ата-әсәйем мине ашата-эсерә, кейендерә, уҡыта. Башҡаһын үҙем эшләп алырмын әле, Аллаһ бойорһа. Булыр әле минең дә, “Мерседес”.
Бына минең синыфташ малай атаһына мәктәпкә етмәйенсә туҡтарға ҡуша, сөнки уларҙың да, машинаһы – “Лада”. Бер ҡыҙ, шуны күреп, бөтәһе алдында ул егетте мыҫҡыл итте. Шунан барыһы ла уны “суҡырға” тотонған ине, мин яҡлап ҡалдым. “Беҙҙең дә машина – “Лада”, – тинем. “Ә һеҙҙеке ниндәй?” – тип һораған инем теге ҡыҙҙан, ул “Беҙҙеке – “Фольксваген Поло!” – тип эре шыттырып ебәрмәк булды. Мин: “Ул да – Рәсәй машинаһы, сөнки ул беҙҙә йыйыла” – тинем. “Лада” ни, “Поло” ни” – тип, уның ауыҙын яптым. Ә уның әхирәтененең атаһы “Крузак” (“Тойота Ленд Крузер”) менән йөрөй. Әлбиттә, әхирәте шунда уҡ тегегә түбән каста кешеһенә ҡараған кеүек ҡараш һирпте. Шуға күрә теге бахыр ҡыҙ оялышынан ер тишегенә ингәндәй булды. Шул ваҡиғанан һуң беҙҙең үҙ-ара былай ҙа бешмәгән мөнәсәбәттәр хәҙер эт менән бесәйҙеке кеүек.
Мәктәпте тамалап, әрменән йөрөп ҡайтҡас та кәләш алам, тип хыяллана инем. Хәҙер шикләнә башланым. Кемде кәләш итеп алам? Шул мәкерлеләрҙеме? Юҡ инде. Алғым килмәй ундайҙарҙы. Төпһөҙ янсыҡ булғым килмәй әле.
Йәй көнө беҙҙең баҡса янында үҙбәк егеттәре эшләне. Телебеҙ оҡшаш, динебеҙ бер, шуға аралашып та киттек. Йәштәре, Рәсәйгә килеп аҡса эшләйбеҙ ҙә, ҡайтып өйләнәбеҙ, тиҙәр. Һеҙҙә лә ҡыҙҙар шулаймы, тип һораным быларҙан. Улар, Ташкентта ҡыҙҙар – Өфө ҡыҙҙары кеүек, ләкин Андижанда ирҙе ир иткән, хөрмәт иткән ҡыҙҙар йәшәй, тине. Ҡалым түләп алаһың да, ғүмерлеккә һиңә тоғро юлдашың, балаларыңдың хәстәрле әсәһе, донья усағын тотоусы ла була, тип, үҙ ҡыҙҙарын маҡтанылар. Әллә ҡыҙ күҙләргә Үзбәкстанға барып ҡайтайыммы икән?
РӘМИЛ. Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: