-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
26 Февраль 2020, 15:52

Егеттәр үҙҙәре мәкерле!

“Аманат” журналының 10-сы һанында (2019 йыл) сыҡҡан “Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!” тигән мәҡәләне уҡығас, Рәмилгә яуап яҙырға булдым.

Үҙемдең “мөхәббәт тарихы”мды баштан яҙам.
17 йәшемдә тәүге мөхәббәтемде осраттым. Быға тиклем күпме егет минең менән танышыр­ға теләп, тәҡдим яһаһа ла бер кем дә оҡшамай ине. Ә Т.-ға нисектер ғашиҡ булдым да ҡуйҙым.
Бер дөйөм ятаҡта йәшәһәк тә, башта уға артыҡ иғтибар итмәнем. Үҙе ул хәтлем үк матур ҙа, бай ҙа, аҡыллы ла түгел. Минең кеүек ябай бер сту­дент инде. Унан яҡшыраҡтар ҙа бик күп. Ләкин, нишләптер, тап ул минең йөрәгемде яуланы. Шунда мин аңланым: мөхәббәт бер нәмәгә лә ҡарамай икән. Кешене уның йөҙө матур булғаны өсөн, йә бай булғаны өсөн генә оҡшатып булмай шул.
Ғашиҡ булһам да бер нисек тә белгертеп бул­май, шулай мөхәббәт утында яныуымды айҙар буйы дауам иттем. Күҙ атып йөрөгән егетем, ниһайәт, бер көн килеп, үҙе тәүге аҙым яһаны. Шулай дуҫлашып киттек. Буш ваҡыттарҙа киноға, театрға йөрөйбөҙ. Дәрестәремде лә әҙерләшер­гә ярҙам итә. Бөтөнөһө лә яҡшы бара кеүек ине. Тик бер көн...
Ул көндө әхирәтем курсташ ҡыҙының тыуған көнөнә, яңғыҙым бара алмайым, тип, мине лә саҡырҙы. Киттек. Байрамса кәйефтә, күңелле генә ҡунаҡ булып ултырабыҙ. Бер заман, ҙу-у-у-ур сәскә гөлләмәһе тотоп, минең егетем килеп инмәһенме! Бәй, ул ни эшләп йөрөй икән? Ми­нең бында ултырғанымды ҡайҙан белгән? Апты­рап киттем. Ә теге, тыуған көнөн байрам иткән ҡыҙ: “Матурым килде!" - тип, ишеккә ташлан­ды. Етмәһә, егетемдең муйынына аҫылынды! Был хәлде күреп, күҙҙәрем маңлайға менде! Ә егетем мине абайламай ҙа. Ҡыҙ һаман да егетем янында өйөрөлә. Иң ҡәҙерле ҡунаҡтай күреп, янына ултыртып ҡуйҙы! Шул саҡ, ниһа­йәт, егетем мине күреп ҡалды. Сөгөлдөр төҫлө үҙе ҡып-ҡыҙыл булып китте. Мин байрамдан нисек сығып киткәнмендер? Хәҙер хәтер­ләмәйем. Тик артымдан, “Китмә, ҡал!" - тип, мине туҡтатырға теләүсе генә булманы.
...Аҙналай ваҡыт үткәндер. Был ваҡиғаға үҙен ғәйепле һанап йөрөгән әхирәтем, бер көндө килеп, хәбәр һалды миңә:
- Тәтүскин (ул мине яратып, гел шулай өндәшә), теге көн ҡунаҡҡа барған ҡыҙ һинең Т.-ыңдың һөйөклөһө булған бит. Йыл ярым инде улар - кәләш менән кейәү! Күптән ҡыҙына балдаҡ та бүләк иткән!..
Быны ишетеп, ултыра төштөм. Әлбиттә, эске тойомлауым нимәлер һиҙҙерә һымаҡ ине. Әммә был тиклемен үк көтмәгәйнем! Йәрәшкән ҡыҙы була тороп, ниңә мине алдаштырып йөрөгән?.. Аңыма һыймай.
Баҡтиһәң, төп башына ултырған ҡыҙ бер мин генә түгел икән дә. Егеттәр үҙҙәренең “ике фронтта” йөрөүҙәре тураһында интернетта үҙҙәре үк яҙа. Ошондай аҫтыртын, ышанысһыҙ, мәкерле кешеләр барында, мәкерһеҙ егеттәргә нисек ышанырға һуң? Әйтегеҙ әле миңә?
Тәнзилә. Ә. районы.