-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
14 Июнь 2020, 14:27

Беҙҙең һөйөү тарихы

Йырсы МС Баш менән уның кәләше Физәлиәнең мөхәббәт тарихы....Был тарихты белеүселәр бик һирәктер. Нисәмә йылдар буйы уны йөрәк төпкөлөндә һаҡлап, бәпләп, йәшереп кенә йөрөттөк. Ниһайәт, беҙ – ғаилә. Улыбыҙ бар. Бөгөн һеҙгә беҙҙең ябай булмаған, оҙаҡ йылдарҙы үҙ эсенә алған мөхәббәт тарихын һөйләп үткем килә.

Һөйөклөмдө МС Башты (Заһит Ҡунафин) белмәгән кеше юҡтыр ҙа. Ул – Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуып үҫкән. Ә мин – шул уҡ райондың Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы. Беҙҙең “лавстори” тап ошо тыуған төйәктә башланды ла инде.

Тәүге осрашыу

2012 йыл. Мин – Башҡорт дәүләт медицина университетының икенсе курс талибәһе. Бөрйәнгә ата-әсәйем, яҡындарым эргәһенә ялға ҡайтҡан мәлем. Күңелле – туғандарым өйҙә. Ғаиләлә бөтөнөһө лә йырға маһир булғас ни, шау-гөр килеп, Гүзәлиә апайым менән Азамат ағайымдың йырҙарына клип төшөрәләр, режиссер саҡыртҡандар.
Мин мунсанан һуң, кисен урамға сығырға йыйынам, ә үҙем ҡолаҡ ҡырыйы менән генә өйҙәгеләрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалам: “МС Баш маладис та инде, машина һатып алған, тырыш егет...” Ә миңә – барыбер, “йондоҙло репер” бар ни, юҡ ни – йырҙарын да тыңламайым, тыңлағаным ла юҡ. Көҙгө алдында өйрөлөп-сөйрөләм – әхирәттәрем көтә мине, тыуған көнгә саҡырғайнылар. Әхирәт ҡыҙҙар ҙа килешкән – Заһиттың ижадын ярата, концерттарын ҡалдырмай. Мин унда йөрөмәйем, концерты була ҡалһа, ҡыҙҙарымдың мәҙәниәт йортонан сыҡҡанын сабыр ғына өйҙә көтәм – шул да булдымы йондоҙ, һы!?
Ошо уйҙар менән мин ишек алдына сыҡтым. Ағайым ҡайҙа икән? Кисен үҙәккә машинаһына ултыртып, алып барып ҡуям тигәйне... Шул саҡ урам яҡ ҡапҡа асылып китте. “Сәләм!” – Заһит икән. “Мин Гүзәлиә түгел, апайым өйҙә” – тип йәһәт кенә ҡотолорға уйланым. Ғаиләлә – өс ҡыҙ, ҡайһы берәүҙәр беҙҙе бутап ҡуя торған. “Аңланым инде” – тип яуапланы МС Баш йылмая биреп.
Аҙаҡ, мөнәсәбәттәр йылына төшкәс, ул миңә: “Һин шул саҡта миңә шундай матур итеп ҡараның. “Флиртовать иттең” дә инде” – тип төрттөрәсәк әле. Ә ысынында минең күҙ-ҡарашыма тәбиғәттән осҡорлоҡ, саялыҡ һалынған.
Был кистә беҙ – ҡыҙҙар әхирәтебеҙҙең тыуған көнөндә булдыҡ. Кафела үткән кескәй байрамға бер заман МС Баш килеп инмәһенме!? Баҡтиһәң, әхирәт ҡыҙ менән таныштар икән, ҡотларға ингән булған.
Ҡыҙҙарҙың сер һандыҡтары бүҫкәрәме инде – кафенан сыҡҡандан һуң да эркелешеп, бер урам булып атланыҡ. Арттан бер заман машина килгән тауыш ишетелде. Тағы ла шул Заһит! “Апайҙар! Ҡайҙа киттегеҙ? Ултырығыҙ, алып барам” – тигән була үҙе. Бер төркөм ҡыҙҙар нисектер, машинаға һыйҙы бит, әй! Шул саҡ мин: “Тороп тор, артта тағы ла дуҫтар килә, уларҙы ла ултыртайыҡ. Тышта һыуыҡ бит, туңырҙар” – тип әйтеп һалдым (шул ваҡыттан уҡ Заһитка “указ бирә” башлағанмын, буғай). Әллә ни ҙур булмаған “Тойота”ла йәштәр Иҫке Собханғол буйлап йөрөнө, шулай итеп. Төшөп ҡалғас та хушлашыу урынына Заһит, миңә ҡарап: “Матур йөрө, апайка” – тип әйтте. Мин уның һүҙҙәренең айышына төшөнмәнем башта. “Пффф, нимә һөйләнә шул? Кем ул шул тиклем миңә?” тигән уй ғына сағылып үтә башымдан.
Заһиттың машинаһы киске эңер ҡараңғылығында күҙҙән юғалды. Аҙаҡ ҡына мин МС Баштың шул кистә клип төшөрөүсе режиссер менән осрашыуы, уға “Был ҡыҙҙы ҡарап тор, мин уны кәләш итеп алам” тип әйтеүе хаҡында беләсәкмен...
Серҙең дауамы "Аманат"тың июнь һанында баҫылып сығасаҡ.
Фото Физәлиәнең Инстаграмдағы битләүенән алынды.