-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
25 Июнь 2020, 17:45

"Мәңгелек сер": Бәхеткә илткән юлым

(әхирәтем һөйләгәненән)Мәктәп осорондағы фотоһүрәттәрҙе ҡарап ултырғанда тәүге мөхәббәтем менән төшкән фотоға юлыҡтым. Хәйер, мөхәббәт тип атап та булмаҫ ул хистәрҙе. Тәүге мауығыу, оҡшатыу тиһәм, дөрөҫөрәктер. Шул тиклем баҫалҡы...

оялсан, бер ҡатлы булғанмын. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына камераға ҡараған­мын да, бер аҙ ғына йылмайып, ҡатып ҡалған­мын. Ә ул, киреһенсә, сая, үткер ҡарашы менән хәҙер өтөп алырҙай. Аяҡтарын кирә ба­ҫып, ғорур тора. Етмәһә, мине билем­дән ҡымтып ҡосаҡлап та алған.
...Тәүге мөхәббәт, тәүге һөйөү тип, хис­тә­рем­дән башым әй­ләнеп йөрөгән саҡ­тар ине ул. Был мөхәббәт мәң­гелек­тер, мәктәп тамам­лағас, бергә­ләп уҡыу йортона кереп, уның ке­үек матур балалар үҫтерер­беҙ, тип хыяллана инем мин. Мәктәпкә тик уны күрер өсөн барам; остоҡ ҡына хат-записка (ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ ине әле) яҙыуын көтөп бер булам.. Ә ҡайһы саҡ, мәктәп кисәлә­ренән һуң өйгә тиклем оҙата килһә, шатлығым­дан таң һыҙыл­ғансы йоҡла­май төн үткәрә торғайным.
Әхирәттәрем, был егеткә көндән-көн нығы­раҡ өйрәнә барыуымды күреп, Уның хаҡында төрлө хәбәрҙәр еткереп, күҙ­ҙәремде асырға тырыша ине. Имеш, ул бер мине оҙата килмәй, тик миңә арнап хаттар яҙмай. Имеш, бер беҙҙең синыфтан ғына әллә нисә ҡыҙ менән шулай “шаяра”. Тик минең уларға ышанғым килмәй ине. Үҙем ҡорған хыялдарым шул тиклем татлы ине шул. Дискотека­ларҙа бер ваҡыт­та ла яныма килмәне, дуҫ егеттәре менән генә йөрөй торғайны. Әммә башҡа ҡыҙҙарҙы ла бейеүгә саҡырмай бит, тип тынысландым һәр саҡ. Оҙата килһә лә, кеше күҙенән йырағыраҡ йөрөргә тырышты. “Минең менән булғанды берәүгә лә һөйләмә, хатта әхирәт­тәреңә лә. Күҙ тигеҙеп ҡуй­маһындар беҙҙең һөйөүгә”, – тиер ине. Эх, шул саҡтағы һантый­лығым, бер ҡатлы булыуым! Ярай әле, тәрбиәм яҡшы: сикәнән генә үптерәм дә, шәп-шәп кенә атлап, өйгә инеп китә торғай­ным.
Бер-ике йыл дауам итте беҙҙең был “дуҫлыҡ”. Шул осорҙа уға арнап байтаҡ шиғыр­ҙар яҙҙым, хыялланып, һанһыҙ төндәремде йоҡла­май үткәрҙем... Тик, йәйге каникулдан һуң мәктәпкә барғас, тәнәфестәрҙә уның икенсе ҡыҙ менән һөйләшеп тороуын, кисәләрҙә етәкләшеп йөрө­үен күреп, тамам ергә төштөм. Юҡ, иламаным да, ҡайғыр­маным да. Эстә ниҙер шартлап өҙөлгәндәй булды ла, ҡапыл уға ҡарата хатта йәлләү хисе кисергән­дәй тойолдо.
Китап уҡырға яратам мин. Ни өсөн ул минең менән улай ҡыланды, ҡайһы ерем менән теге ҡыҙҙан кәммен тип, төрлө мәғлү­мәт­тәр эҙләй башланым. Психология китаптарын башынан аҙағынаса ентекләп аҡтарҙым. Һәм... был шөғө­лөм оҡшап ҡалды. Шәхес булараҡ үҫешеү, ҡатын-ҡыҙҙарға хас матур сифаттар үҙләш­тереү хаҡында материалдар эҙләп, үҙем өсөн яңы донъя астым. Ғаилә тәрбиәһендә лә, мәктәп програм­маһында ла замана ҡыҙҙарына был йүнәлеш­тә иғтибар юҡ кимәлендә бит. Оксана Дуплякина, Ольга Валяева, Джон Грей, Дилә Еникеева, Снежана Тихонова-Айыына һәм баш­ҡаларҙың китаптары миңә ҙур ярҙам булды.
Тәүге мөхәббәтемә бәйле хәлде хәҙер иҫләйем дә, әгәр бөгөнгө белемем ул саҡта булһа, улай һуҡырҙарса алданып йөрөмәҫ инем, тип уйлайым.
Әйткәндәй, байтаҡ йыл үткәс, килде ул миңә. Ҙур гөлләмә тотҡан, ҡупшы кейенгән. “Иҫәр бул­ғанмын, йөҙәр ҡыҙ араһынан һин иң тый­нағы, иң нескә күңеллеһе икәнһең. Кеше күңе­лен тик һин аңлай беләһең. Хаталарымды төҙә­теп, үҙемде яҡшы яҡтан күрһә­тергә һүҙ бирәм”, – тине. Тик мин инде элекке һантый ҡыҙ түгелмен.
Һәм… тиҙҙән минең туй: гелән ҡәҙерләгән, ҡурсалаған, минең өсөн өҙөлөп торған ысын Мөхәббәтемә кейәүгә сығырға йыйынамын...

Рита ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: