+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
2 Июль 2020, 17:11

Сөмбөлдөң мөхәббәтле йәйе

Айгизәр улар­ҙың а­уылына күсеп кил­гән­дә Сөмбөл­гә 7-8 йәш­тәр самаһы бул­ған­дыр. Күршелә генә яңғыҙ донъя көт­кән Таһир ағай көтмәгән­дә, барыһын да аптырауға һалып, өй­лән­де лә ҡуйҙы. Улар Әнисә еңгә менән тыры­шып донъя көтә башланы. Еңгәнең ҙурайып кил­гән улы ла бар ине.

Уныһын Сөмбөл бер ни­сә көн үт­кәс кенә Таһир ағаларының ҡапҡа­һы янын­да күреп аптырағай­ны.
– Сәләм, мин – Сөмбөл, һин кем булаһың? – тип, ил­гәҙәк ҡыҙыҡай малай янына килеп тә ет­те. Машинаһы менән уй­нап ул­тыр­ған малай һикереп тороп уҡ баҫты. Сөмбөл­дөң ихлас­лап ҡул һуҙып тороуын күргәс, битен соҡорайтып, йыл­майып уҡ ебәр­ҙе лә, тап ололарса, ҡояш­та янған ҡул­дарын салбар балағына ҡат-ҡат һөр­төп, ҡыҙға һон­до:
– Һаумы, мин – Айгизәр!
Тәүге таны­шыуҙары шул бул­ды. Ул көн­дө Сөмбөл, эй, ҡыу­анғай­ны яңы дуҫ табы­уына. Ә көҙгөһөн малай тап улар­ҙың синыфына уҡыр­ға кил­гәс, шат­лығы икеләтә арт­ты. Синыфташ ҡыҙ­ҙары менән бик аралашып бар­маған ҡыҙға әхирәт­тәрен Айгизәр ал­маш­тыра ине. Күңел­ле хәбәр­ҙәр һөй­ләшеп, бергә мәктәп­кә барыуҙар, бер пар­та ар­тын­да ул­тырыуҙар, Сөм­бөл­дөң ай-вайына ҡарамай, рюкзагын йөкмәп ҡайтыуҙар, бергәләп өйгә эш эш­ләүҙәр… Футбол уй­нар­ға ла, балыҡ ҡар­маҡ­лар­ға ла унан өй­рән­де бит ҡыҙ. Айгизәр ҙә, дуҫ малайҙар уйынға саҡырһа – уй­нар, яр­ҙам һора­һа – яр­ҙамлашыр ине, әммә улар­ға үтә ылығып бар­маны.
Шулай йыл­дар үтә тор­ҙо, туғыҙынсы синыфты тамамлағас, уҡыу ал­дынғыһы Айгизәр ҡыҙға баш ҡалалағы гимназияға уҡыр­ға китеүен әйт­те. Сөмбөл был хәбәр­ҙән моңһоуланып ҡал­ды. Ирен­дәрен саҡ ҡыбыр­латып:
– Ҡот­лайым, – тине.
Шул йыл­дың йәйе ғүмерен­дә иң тиҙ үт­кән каникулы бул­ған­дыр ҡыҙ­ҙың. Айгизәр ҡалаға китер көн­дәр яҡын­лашҡан һайын тик Сөмбөл янын­да булыр­ға тырыш­ты: ай­лы төн­дәр­ҙә етәкләшеп йыл­ға яр­ҙары буй­лап йөрөүҙәр, тау башына менеп, йон­доҙ­ҙар һанауҙар, юҡҡа-бар­ға иҫәр­ләнеп, шаяры­шып көлөшөүҙәр…
Бына августың һуңғы һанаулы көн­дәре… Ир­тәгә егет­кә юл­ға сығыр­ға бул­ғас, таңды бергә ҡаршы­лар­ға һөй­ләш­кәй­не улар. Айгизәр ул кис­те нисектер аҙ һүҙле бул­ды.
– Мин һиңә хат­тар яҙып торор­мон, һин дә мине онотма, йы­шыраҡ ҡайт, йәме, – тип, көлкө хәл­дәр иҫләп, Сөмбөл тын­лыҡ­ты боҙор­ға тырышһа ла, килеп сыҡманы.
Шул саҡ егет, ҡыҙға ниҙер әйтергә теләгән­дәй, туҡ­тап ҡал­ды. Яңы ғына офоҡ­тан һыҙылып тәүге ҡояш нур­ҙары ла күренә баш­лаған ине ин­де.
Айгизәр­ҙең ҡарашы ни аңлатҡанын һүҙ­ҙәр менән әйтеп биреү мөмкин түгел ине.
Егет, ҡапыл Сөмбөл­дө күтәреп алып, зыр өйөрөл­т­тө лә, иҫен йы­йған арала уның ирен­дәренән һурып үбеп ал­ды!
– Айгизәр!.. Ни… Ни эш­ләүең был­? – Сөмбөл оялы­шынан ни эш­ләргә бел­мәне.
– Сөмбөл!.. Сөмбөлөм минең!.. Һаман да аңламайһыңмы ни­? Яратам бит мин һине, матурым! – Егет шул һүҙ­ҙәре менән ҡыҙ­ҙы йылы ҡосағына ал­ды. Шулай оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ тор­ҙолар. Уй­ламаған­да килеп сыҡҡан был хәл­дә үҙен нисек тотор­ға бел­мәгән Сөмбөл оялы­шынан бер һүҙ ҙә өн­дәш­мәне. Ә егет уға шул тиклем текләп ҡарай, әйтерһең, үҙенең әйтел­мәгән һорауҙарына яу­ап эҙләй кеүек.
Тын­лыҡ… Их, шун­да тел­һеҙ кеше кеүек ҡал­ғаны өсөн ҡыҙ үкен­де аҙаҡ­тан… Айгизәр уға оҙаҡ ҡына ҡарап тор­ғас, ип­ләп кенә уны ҡоса­ғынан ысҡын­дыр­ҙы. Бер һүҙ өн­дәш­мәй, етәк­ләп, а­уыл яғына ҡарай юл­лан­ды. Ҡапҡа төбөнә ет­кәс, ҡы­йыуланып китеп, ҡыҙ­ҙы йәнә бер үбеп ал­ды һәм:
– Ярай, хуш! Мине онотма! – тине лә үҙ­ҙә­ре­нең өйө яғына боролоп китеп бар­ҙы.
Ир­тәгәһенә ул юл­ға сыҡ­ты… Таһир ағай, Әнисә еңгә, Сөмбөл­дөң ата-әсәһе, бар күрше-тирә, егет­кә матур теләктәр теләп, оҙатыр­ға сыҡ­ты. Ә ҡыҙ, иҫәр­кәй, тәҙрә ҡор­ғаны аша ғына һаубул­лаш­ты дуҫы менән. Айгизәр а­уыл­даш­тары менән хуш­лашып торһа ла, ике күҙе Сөмбөл­дәр­ҙең ҡапҡаһын­да бул­ды, ҡыҙ­ҙы көт­тө. Аҙаҡҡы минутҡа тиклем һөйгәненең йүгереп килеп сығырына өмөт ит­те.
Яңы уҡыу йылы баш­лан­ды. Ҡыҙ баш­та егет­тән шыл­тыратыуҙар, ҡыҫҡа ғына хәбәр­ҙәр көт­тө. Ә ул өн­дәш­мәне. Һөйгәненән хат-хәбәр бул­мағас, ҡыҙ үҙе лә яҙманы. Тик Айгизәрһеҙ хәтәр күңел­һеҙ ине Сөмбөл­гә. Башҡа берәү ҙә яҡын дуҫын алыш­тыра ал­маны. Уҡыуҙан ҡайтыр ҙа һағынып-зарығыуҙарын баҫыр өсөн тиҙерәк бергә үт­кән болон­дар­ға, йыл­ға буйҙарына ашығыр ине.
Бына тәүге сирек аҙағына ла ет­те. Ҡыҙ ашҡы­нып Айгизәр­ҙе көт­тө. Осрашыуҙарын күҙ ал­дына кил­тереп, уны нисек ҡаршыларын, нин­дәй һүҙ­ҙәр әйтерен үҙ ал­дына ҡат-ҡат һөй­ләнеп йөрөп, ят­лап бөт­тө ин­де.
Күрше ҡапҡа төбөнә килеп туҡ­таған машина та­уышын ишетеп, ашҡынып, тәҙрә ҡор­ғаны аша урамға баҡ­ты. Егет­тең буй-һынын күреү менән Сөмбөл­дөң йөрәге ярһып тибергә кереш­те. Күпме тапҡыр күңел­дә бөрөләнеп кил­гән хистә­рен һүн­дергә тыры­шып: “Юҡ, был һөйөү түгел, балалыҡ ма­уығы­уы”, – тип, үҙен йыу­атып ма­таш­һа ла, Айгизәр­ҙе күреү менән бит­тәре ал­ланып, үҙен ҡайҙа итергә бел­мәне. Осрашыу ҡайһылайыраҡ булыр икән? Һағыныуҙан ныҡ тулҡын­лан­ды ҡыҙ.
Кисен Әнисә еңгә килеп ин­де:
– Сөмбөл, Айгизәр ҡайт­ты, беҙ­ҙең ме­нән күреш­кәс тә һинең хаҡ­та һораша һал­ды.
Был һүҙ­ҙәр­ҙән оялсан ҡыҙ­ҙың йөҙө тағы ла алланын кит­те. Шул уҡ ваҡыт­та күңелен әйтеп бирә ал­маҫлыҡ шат­лыҡ тойғоһо биләп ал­ды: Айгизәр уны онотмаған, ә ул, иҫәр­кәй, әл­лә ниҙәр уй­лап йөрөй. Сөмбөл һөйгәнен күрер өсөн йүгереп сығып кит­те.
Ҡайһы саҡ мөхәббәтеңде аңлау өсөн бер-береңдән аҙға ғына йырағыраҡ булып алыу кәрәктер.
Лилиә ҠАҺАРМАНОВА,
БДУ студент­каһы.
"Аманат №07, 2018 йыл.
Ләйлә Ғаянова һүрәте.
Читайте нас: