Шуны әйтеп үтергә кәрәк: тәүге курстан алып мин, уҡыу ваҡытында бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәнем, бар ваҡытымды уҡыуға бағышланым. Сөнки медицина университетында уҡыу, унан да бигерәк тик яҡшы билдәләргә өлгәшеү өсөн күп уҡырға, ятларға, аңларға кәрәк. Ғөмүмән, урамда йөрөү, осрашыуҙарға сығыу тигән нәмәләр ят булды миңә. Һәм… уйламағанда, минең күңелһеҙ тормошома сағыу төҫтәр өҫтәп, МС Баш килеп инде.