+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
10 Август 2020, 19:38

Үҙ-үҙемдән ҡурҡам

Уның ҡырт киҫеүе мине ярһытты ғына. Үҙ-үҙемде белешмәй, уның ҡыҙын, кисен ҡарауыллап тороп, сәсен йолҡҡоланым ғына! Һуңынан, баҫылғас, ни эшләгәнемде аңланым да ул, тик эш үткән ине.

Һаумы, яратҡан журналым! Мин һиңә үҙемде борсоған уйҙарымды, шик-шөбһәләремде яҙырға булдым әле. Бәлки, минең кеүек хәлдә йәшәгән үҫмерҙәр барҙыр. Уларҙың кәңәше, тәжрибәһе бәлки миңә ярҙамға килер, тип ышанам.
Мин исемемде яҙып тормайым инде. 15 йәшлек үҫмер ҡыҙмын. Әсәйемдең берҙән-бер балаһы. Ике йыл элек үҙем менән аңлашылмаған хәлдәр була башланы, ҡапма-ҡаршылыҡлы хис-тойғолар дауылында йәшәйем мин. Интернетта уҡып ҡарағайным, пубертат осоро, тип аңлатҡандар. Үҫмерҙәрҙең күбеһендә була икән. Ә мин ошо хис-тойғолар дауылын бик ауыр кисерәм! Ул миңә дуҫтар табырға, кем менәндер мөнәсәбәт ҡороуға ныҡ ҡамасаулай.
Мәҫәлән, миңә бер егет оҡшай башланы, тик хистәрем генә бер яҡлы булып сыҡты – ул мине кире ҡаҡты. Йәнәһе, йөрөгән ҡыҙы бар. Уның ҡырт киҫеүе мине ярһытты ғына. Үҙ-үҙемде белешмәй, уның ҡыҙын, кисен ҡарауыллап тороп, сәсен йолҡҡоланым ғына! Һуңынан, баҫылғас, ни эшләгәнемде аңланым да ул, тик эш үткән ине. Ата-әсәләр менән һөйләшеүҙәр, “домашний арест”, егеттең миңә ҡарата асыуы – былар минең эске ғазапланыуҙарым алдында сүптәй генә ине.
Артабан минең ярһыуым егеткә төштө – унан үс ала башланым. Егет тураһында теләһә нимә уйлап сығарып, Интернетта фейк сәхифәләр аша тараттым, мәктәптә егет, ҡыҙҙарҙы уға ҡаршы һөстөрөп, кинәнес таптым. Үҙем уны мыҫҡыллайым, ә кистәрен быуылып, туҡтай алмай илайым һәм үҙ алдыма ғына ғәфү үтенәм. Ә иртәгәһенә шул уҡ хәл ҡабатлана: мин уны күреү менән, уттай ҡабынам, асыуым хаттин аша! Был егет минән ҡурҡа ла башланы, шикелле. Күрһә, урап үтә, социаль селтәрҙәрҙә мине ҡара битләүгә тығып ҡуйҙы.
Миндәге үҙгәрештәр әсәйемде хафаға һалды, буғай. Быға тиклем минең менән бер тапҡыр ҙа асыҡтан-асыҡ һөйләшкәне булманы. Әммә баяғы егет, уның ҡыҙы менән булған хәлдәр уны минең менән етди генә итеп һөйләшеп алырға мәжбүр итте. Мине тыңлағас, ул илап ебәрҙе. “Ҡыҙым, мин дә һинең һымаҡ булдым. Атайыңды йөрөгән ҡыҙынан айырырға маташтым. Ул мине яратманы. Файҙаланды ла ташланы. Был тарихтың бер генә яҡшы һөҙөмтәһе бар һәм ул – һин. Бәлки, ир-атҡа ҡарата булған күрә алмау, ярһыуым һиңә күскәндер. Әгәр ҙә күскән икән, тимәк һинең ғазаптарыңда мин генә ғәйепле. Ғәфү итә күр”, - тине ул күҙ йәштәре аша.
Был һүҙҙәр минең өсөн аяҙ көндә йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Быға тиклем, атайым мин бәләкәй саҡта үлгән, тип уйлап йөрөһәм әле ул... Тимәк, ул – тере һәм мин бармы, юҡмы – уның өсөн барыбер булып сыға?
Миңә икеләтә ауыр. Күрә алмайым мин егет затын, күрә алмайым! Егеттәрҙе лә, атай тейешле кешене лә! Ошо асыуым мине эстән өтөп алып бара. Ни эшләргә лә белмәйем. Әгәр ҙә артабан да шулай булһа, әгәр ҙә ғәфү итә алмаһам, ни эшләрмен – шунан ҡурҡам мин. Кәңәш бирегеҙсе миңә...

Ай ҡыҙы.
Был хатҡа яуап - психолог кәңәше "Аманат"тың август һанында донъя күрәсәк.
Читайте нас: