Һуңғы уҡыу йылында һеңлем менән мәктәптәге иң популяр ҡыҙҙар рәтендә йөрөнөк. Сөнки төҫкә ул ныҡ матур, кейеме лә иң ҡыйбатлыһы. Ә мин, уға ҡарап, матур итеп биҙәнергә, кейем һайларға өйрәндем. Беҙгә ҡарап, башҡа ҡыҙҙар көнләшә торғайны, әммә асыҡтан-асыҡ күрә алмауҙарын күрһәтергә ҡурҡтылар, “Мәктәп королевалары” тип йөрөттөләр беҙҙе.
Бөтәһе лә йыйылғансы кис булып китте. Тышта ныҡ һыуыҡ булғас, машина эсенә инеп ултырып торорға булдым. Өҫтөмә кейергә йоҡа джинс костюм ғына алған инем. Шул саҡта алғы яҡтағы пассажир урынына А. инде лә ултырҙы. Мин уға “Бар сыҡ,” – тип тә ҡараным, ул тыңламай. Бер заман ул, үрелеп, мине ҡосаҡланы ла, салондағы утты ҡабыҙҙы. Тыштағылар