Ваҡыт үтә торҙо, М., һылыу ҡыҙ булып үҫеп, буй етте. Беҙ уның бер туған ағаһы менән яҡын дуҫтар инек, шуға күрә М. минең өсөн дә һеңлем кеүек. Ул туғыҙынсы синыфта уҡый, ә мин - сәнғәт училищеһының икенсе курс талибы.
Студент саҡта ҡәһәрле араҡы менән таныштым, миңә бер нимә булмаҫ әле, барыһы ла хәмер менән булыша бит, тип уйланым. Бер ялда тыуған ауылыма ҡайтым, ниндәйҙер байрам ине. Мәҙәниәт йортонда дискотека гөрләй, беҙҙең ҡулдан һыра төшмәй, бейейбеҙ, ҡысҡырышабыҙ, кем нимә эшләгәнде белмәй. М.-да клубта ине. Бер ваҡыт ул мине, етәкләп, һөйрәп тигәндәй, тышҡа алып сыҡты. Шунда битемә “шап” итеп һуғып ебәрмәһенме! Күҙемдән осҡондар атылды. Миңә ошоға хәтлем бер ҡыҙҙың да ҡул күтәргәне юҡ ине. Аптырап ҡалдым. Ә ул миңә ҡысҡырып:
“Мин бит һине нисәмә йыл яратып йөрөйөм, ә һин шуны күрмәйһең! Эсмә шул шайтан эсемлеген!” – тине лә, илап ебәрҙе.
Бына шунда беҙҙең йөрәктәр осрашты. Зиһенем, аҡылым асылып китте. Уға ғашиҡ булдым. Мин уны үлеп яраттым. Ысын мөхәббәт уты янды беҙҙең йөрәктәрҙә. Беҙҙең дуҫлыҡҡа бөтөн ауыл һоҡланды, туғандар шатланды. Әммә шул "йәшел йылан" артымдан ҡалманы, мин эскегә һабыша башланым.
Ваҡыт үтә торҙо, шул эсеүем арҡаһында яйлап, М.-дың миңә һыуынғаны һиҙелде. Әммә мин үҙемде унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Йәйгелеккә туй үткәрербеҙ тип, алтын балдаҡтар ҙа алдым.
Юғары уҡыу йортон тамамланым да, аҡса эшләйем тип, икенсе районға эшкә киттем. Бер ваҡыт, кеҫә телефоным шылтыраны. Бер ят егет тауышы: “Алло, һеҙ тамадамы? Мин, һеҙҙең ауылдан кәләш алам, миңә туйҙы алып барыусы кәрәк ине”, – ти. Мин уны-быны уйламай: – “Әә, бик мәслихәт, кем ул бәхетле ҡыҙыҡай? ” – тип һораным. Ул инде, беҙҙең шул сама йыл бергә йөрөгәнде белмәгәндер: – “М.-ға өйләнәм!”, – тип әйтмәһенме!
Аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды, артыма ултыра төштөм. Йән әрнеүенән түҙмәй, иланым. Егет кеше лә илай шул. Эштән китеп, әйберҙәремде лә алмайынса ауылға һыпырттым. Унда ҡайғымды тағы ла шул "йәшел йылан" менән баҫтым. Шулай итеп, эскелек арҡаһында һөйгәнемде юғалттым.
Шулай, дуҫтар. Бер ваҡытта ла ул ҡәһәр һуҡҡан араҡыға яҡынлашмағыҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ул зәхмәт менән булышмаған. Атай-әсәйҙәрегеҙҙе хөрмәт итеп, яратып-яратылып, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, Аллаға шөкөр тип йәшәгеҙ!