Кешеләр менән үтә аралашып бармаған тыйнаҡ холоҡло был ағай ҡасан да булһа ғаилә ҡорор тип уйламағанда, бик йыраҡтан кәләш алды ла ҡайтты. Таһир ағай менән Әнисә еңгә тырышып донъя көтөп алды ла китте. Еңгәнең ҙурайып килгән улы ла бар ине. Уныһын Сөмбөл бер нисә көн үткәс кенә, Таһир ағаларының ҡапҡаһы янында күреп аптырағайны.
– Сәләм, мин – Сөмбөл, һин кем булаһың? – тип ҡыҙыҡһыныуынан илгәҙәк ҡыҙыҡай малай янына килеп тә етте. Иашинаһы менән уйнап ултырған малай, һикереп тороп уҡ баҫты. Сөмбөлдөң ихласлап ҡул һуҙып тороуын күргәс, битен соҡорайтып, йылмайып уҡ ебәрҙе лә, тап ололарса, ҡояшта янған ҡулдарын салбар балағына ҡат-ҡат һөртөп, ҡыҙға һондо:
– Һаумы, мин – Айгизәр!
Тәүге танышыуҙары шул булды. Ул көндө, Сөмбөл, эй, ҡыуанғайны яңы дуҫ табыуына. Ә көҙгөһөн малай тап уларҙың синыфына уҡырға килгәс, шатлығы икеләтә артты. Синыфташ ҡыҙҙары менән дә бик аралашып бармаған ҡыҙға әхирәттәрен Айгизәр алмаштыра ине. Күңелле хәбәрҙәр һөйләшеп бергә мәктәпкә барыуҙар, бер парта артында ултырыуҙар, Сөмбөлдөң ай-вайына ҡарамай, рюкзагын йөкмәп ҡайтыуҙар, бергәләп өйгә эш эшләүҙәр... Иң беренсе футбол уйнарға ла, балыҡ ҡармаҡларға ла унан өйрәнде бит ҡыҙ. Айгизәр ҙә, дуҫ малайҙар уйынға саҡырһа – уйнар, ярҙам һораһа – ярҙамлашыр ине, әммә уларға үтә ылығып барманы.
Шулай йылдар үтә торҙо, туғыҙынсы синыфты тамамлағас, уҡыу алдынғыһы Айгизәр ҡыҙға баш ҡалалағы гимназияға уҡырға китеүен әйтте. Сөмбөл аптырауҙан моңһоуланып ҡалды. Ирендәрен саҡ ҡыбырҙатып:
– Ҡотлайым, – тип кенә әйтә алды.
Шул йылдың йәйе ғүмерендә иң тиҙ үткән каникулы булғандыр ҡыҙҙың. Айгизәр ҡалаға китер көндәр яҡынлашҡан һайын тик Сөмбөл янында булырға тырышты: айлы төндәрҙә етәкләшеп йылға ярҙары буйлап йөрөүҙәр, тау башына менеп, йондоҙҙар һанауҙар, юҡҡа-барға иҫәрләнеп, шаярышып көлөшөүҙәр...
Бына августтың һуңғы һанаулы көндәре... Иртәгә егеткә юлға сығырға булғас, таңды бергә ҡаршыларға һөйләшкәйне уләр. Айгизәр ул кисте нисектер, аҙ һүҙле булды.
– Мин һиңә хаттар яҙып торормон, һин дә мине онотма, йышыраҡ ҡайт, йәме, – тип Сөмбөл, көлкө хәлдәр иҫләп, тынлыҡты боҙорға тырышһа ла, килеп сыҡманы. Шул саҡ егет, ҡыҙға ниҙер әйтергә теләгәндәй, туҡтап ҡалды. Яңы ғына офоҡтан һыҙылып тәүге ҡояш нурҙары ла күренә башлаған ине инде.
Айгизәрҙең ҡарашы ни аңлатҡанын һүҙҙәр менән әйтеп биреү мөмкин түгел ине.
Егет, ҡапыл Сөмбөлдө күтәреп алып, зыр өйөрөлттө лә, иҫен йыйған арала уның ирендәренән һурып үбеп алды!
– Айгизәр!.. Ни... Ни эшләүең был? – Сөмбөл оялышынан ни эшләргә белмәне.
– Сөмбөл!.. Сөмбөлөм минең!.. Һаман да аңламайһыңмы ни? Яратам бит мин һине, матурым! – Егет шул һүҙҙәре менән ҡыҙҙы йылы ҡосағына алды. Шулай оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙолар. Уйламағанда килеп сыҡҡан был хәлдә үҙен нисек тоторға белмәгән Сөмбөл, оялышынан бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ә егет уға шул тиклем текләп ҡарай, әйтерһең, үҙенең әйтелмәгән һорауҙарына яуап эҙләй кеүек.
Тынлыҡ...Ара-тирә ҡоштар тауышы ишетелә, сиңерткәләр сырылдай... Их, шунда телһеҙ кеше кеүек ҡалғаны өсөн ҡыҙ үкенде аҙаҡтан... Айгизәр уға оҙаҡ ҡына ҡарап торғас, ипләп кенә уны ҡосағынан ысҡындырҙы. Бер һүҙ өндәшмәй, етәкләп, ауыл яғына ҡарай юлланды. Ҡапҡа төбөнә еткәс, ҡыйыуланып китеп, ҡыҙҙы йәнә бер үбеп алды һәм:
– Ярай, хуш! Мине онотма! – тине лә, үҙҙәренең өйө яғына боролоп китеп барҙы.
Иртәгәһенә ул юлға сыҡты... Таһир ағай, Әнисә еңгә, Сөмбөлдөң ата-әсәһе, бар күрше-тирә егеткә матур теләктәр теләп, оҙатырға сыҡты. Ә ҡыҙ, иҫәркәй, тәҙрә ҡорғаны аш ғына һаубуллашты дуҫы менән. Айгизәр ауылдаштары менән хушлашып торһа ла , ике күҙе Сөмбөлдәрҙең ҡапҡаһында булды, ҡыҙҙы көттө. Аҙаҡҡы минутҡа тиклем һөйгәненең йүгереп килеп сығырына өмөт итте.
Яңы уҡыу йылы башланды. Ҡыҙ башта егеттән шылтыратыуҙар, ҡыҫҡа ғына хәбәрҙәр көттө. Ә егет өндәшмәне. Һөйгәненән хат-хәбәр булмағас, ҡыҙ үҙе лә яҙманы. Тик Айгизәрһеҙ хәтәр күңелһеҙ ине Сөмбөлгә. Башҡа берәү ҙә яҡын дуҫын алыштыра алманы. Уҡыуҙан ҡайтыр ҙа, һағынып-зарығыуҙарын баҫыр өсөн, тиҙерәк бергә үткән болондарға, йылға буйҙарына ашығыр ине.
Бына тәүге сирек аҙағына ла етте. Ҡыҙ ашҡынып, Айгизәрҙе көттө. Осрашыуҙарын күҙ алдын килтереп, уны нисек ҡаршыларын, ниндәй һүҙҙәр әйтерен үҙ алдына ҡат-ҡат һөйләнеп йөрөп, ятлап бөттө инде.
Күрше ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтаған тауышты ишетеп ашҡынып тәҙрә ҡорғаны аша урамға баҡты. Еегеттең буй-һынын күреү менән, Сөмбөлдөң йөрәге ярһып тибергә кереште. Күпме тапҡыр күңелдә бөрөләнеп килгән хистәрен һүндергә тырышып, “Юҡ, был һөйөү түгел, балалыҡ мауығыуы”, – тип үҙен йыуатып маташһа ла , Айгизәрҙе күреү менән биттәре алланып, үҙен ҡайҙа итергә белмәне. Осрашыу ҡайһылайыраҡ булыр икән? Һағыныуҙан, ныҡ тулҡынланды ҡыҙ.
Кисен Әнисә еңгә килеп инде:
– Сөмбөл, Айгизәр ҡайты, улым беҙҙең менән күрешкәс тә, һинең хаҡта һораша һалды.
Был һүҙҙәрҙән оялсан ҡыҙҙың йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе. Шул уҡ ваҡытта күңелен әйтеп бирә алмаҫлыҡ шатлыҡ тойғоһо биләп алды: Айгизәр уны онотмаған, ә ул, иҫәркәй, әллә ниҙәр уйлап йөрөй. Сөмбөл, һөйгәнен күрер өсөн, йүгереп сығып китте. Ҡайһы саҡ мөхәббәтеңде аңлау өсөн бер-береңдән аҙға ғына йырағыраҡ булыр кәрәктер.
Лилиә ҠАҺАРМАНОВА,
БДУ студенткаһы