Шундай хәл: тиҫтерҙәрем араһында минең турала “йөрөмтәл ҡыҙ” тигән хәбәр таралды. Был хәбәрҙе минең синыфташым тарата. Ул барыһына ла беҙҙең арала “түшәк бүлеү” булды тип һөйләй, ә ысынында ундай бер нимә булманы. Ни бары мин уның менән бер-нисә тапҡыр үбештем.
Әхирәтемдең тыуған көнө кисәһендә күңел асып ултырғанда синыфташым тағы бер-нисә малай менән килеп инделәр. Бүләктәрен хужабикәгә тоттороп, әйтер һүҙҙәрен әйтеп өҫтәл артына ултырыштылар. Синыфташ булғас Элвирҙы (исемен шулай тип алайыҡ) эргәмә ултырттылар. Ул шунда минең менән быға тиклем хас булмағанса ихлас шаярырға тотондо. Башҡалар ҙа бер ни булмағандай шарҡылдашып көлөштөләр. Шулай итеп байрам итеп ултырғанда Элвир ҡолағыма әйҙә тышҡа сығып киләйек әле, минең һиңә әйтер һүҙем бар тип шыбырланы. Беҙ кейенешеп сығып киттек.
Тышҡа сыҡҡас ул мине яратам тип әйтте һәм ҡосаҡлап алды. Мин быға тиклем байтаҡ егеттәр менән дуҫлашып йөрөһәм дә береһе лә миңә “яратам” тип әйткәне булмағас, баҙаным да ҡуйҙым. Уның ирендәре ҡапыл минең ирендәрҙе яндырҙы. Арыу ғына ваҡыт ҡосаҡлашып торғас өшөй ҙә башланыҡ, тышта ныҡ һыуыҡ ине. Ул миңә эргәлә генә торған өйөнә барып йылынып сығырға тәҡдим итте. Оялаһы түгел, ата-әсәһе ҡунаҡҡа киткән икән. Элвирҙарҙың өйөндә лә үбешеүҙән башҡа бер нимә лә булманы! Тик беҙҙең табын барған өйҙән сығып кире килеп инеүебеҙгә хәтлем генә оҙаҡ ваҡыт үтеп ташланы...
Был табын аҙна аҙағында булды бит инде. Йәкшәмбе уҙып, дүшәмбе көнө мәктәпкә барһам, минең турала оятһыҙ хәбәр таралғанлығын ишеттем. Йәнәһе лә теге сығып-инеүебеҙ ваҡытында Элвир менән мин барып уның өйөндә “йоҡлап” сыҡҡанбыҙ. Әхирәттәремдән кем әйтә тип һорашһам, Элвир үҙе дуҫтарына һөйләгән тиҙәр. Ә ысынында бит бер нәмә лә булманы! Мин шулай тип әйтһәм, береһе лә ышанмай! Ояты ни тора һуң?!
Шул көндән алып миңә ҡарата бөтөн тиҫтерҙәремдең мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Егеттәр әллә-нисек тупаҫыраҡ ҡылана башланылар. Үткән-һүткән һайын мине төрткөстәп, әллә нисек оятһыҙ һәм мәғәнәһеҙ шаярышып маташалар. Ҡыҙҙар ҙа өймәкләшеп алалар ҙа минең яҡҡа ҡырын ҡарай-ҡарай ниҙер серләшәләр. Ни эшләргә лә белмәйем. Нисек миңә Элвирҙың алдыҡ һүҙҙәренән аҡланырға?
СВЕТА.
Мөхәрририәттән:
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы тормошта быға оҡшаш тарихтар булғылап тора. Уларҙың йәш шәхес яҙмышына үтә лә көслө йоғонто яһауы борсоуға һала. Шуға тап ошондай осраҡтарҙа ауыр хәлгә тарыусыға тейешле ярҙам күрһәтеү зарур.
Ҡәҙерле балалар, үҫмерҙәр, ниндәй хәлгә тарыһағыҙ ҙа, нимә борсоһа ла, тартынып тормағыҙ: тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә 8-800-2000-122 һандарын йыйығыҙ. Был хеҙмәт белгестәре һеҙгә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер!
Балалар ышаныс телефоны эшенең принциптары: