Ә был юлы ниндәй “бәлә” өсөн яу көтөргә?
Дәрестә “3”-лө, “4”-ле баһаһы ҡуйҙылармы, бала илап, ата-әсәһенә шылтырата башлай. Йышыраҡ әсәһе мәктәп тупһаһын тапай һәм яйы сыҡҡан һайын уҡытыусыларҙы шелтәләп китә. “Ни өсөн минең ҡыҙымды ҡыйырһытаһығыҙ һеҙ? Баһаны түбән ҡуяһығыҙ, башҡа уҡыусыларҙан айырып ҡарайһығыҙ? Мин тейешле ергә барып, кәрәгегеҙҙе бирермен!” – тип янай ул.
Әлбиттә, ата-әсә өсөн һәр ваҡыт балаһы һәр ваҡыт хаҡлы һәм улар уның яҡлы. Һөҙөмтәлә, бахыр уҡытыусылар “ғәйепһеҙ ғәйепле” булып ҡала.
Ә уҡыусы ысынлап та, “5”-лек белмәһә, уға юғары баһаны “алдап” һәм “йәлләп” ҡуйыуҙан ни мәғәнә? Әллә был “5”-ле билдәһе ата-әсә өсөн шул тиклем ҙур әһәмиәткә эйәме икән? Элинаның “еңмешләүе”нән ҡурҡып, ҡайһы бер уҡытыусылар уҡыусы быға лайыҡ булмаһа ла “5”-ле билдәһе ҡуйыуҙы хуп күрә. Бер кемдең дә ашаған икмәгенән ҡалып, үткән йылда эшенән бушатылған директор һәм бер фән уҡытыусыһы “яҙмышы”на дусар булырға теләмәй.
Ҡайҙа бында ғәҙеллек? Мәжит Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлендәге кеүек меҫкен ҡуян хәлендәгеләрҙе кем ҡотҡарыр ҙа, кем яла яғыуҙан аралар?
Ярай, ул Элинаға бөгөн мәктәптә күңелен ҡыймайыҡ, тип яҡшы баһаларҙы ҡуйырҙар. Ә ул мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, белем ала башлаһа, тағы ата-әсәһенә ошаҡлап, уларҙы шунда ла “саҡырылмаған ҡунаҡтар” итергә уйлаймы? Эшкә төшһә, “яҡлаусылары” етәксеһе менән әрепләшерме?
Бер заман мәктәптә ошондай хәл була. Уҡытыусы Гөлниса апай (исеме үҙгәртелде) кабинетына килеп инһә, Элин бер үҙе илап ултыра. Ҡулында – алыштырғыһыҙ ҡоралы – телефон. Гөлниса апай бәләһенән баш-аяҡ, тип йәһәтләп уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫарын саҡыра. Баланың ни өсөн балауыҙ һыҡҡанын асыҡларға тырышҡан уҡытыусылар янына ишекте “тибеп” тигәндәй баяғы герой-әсә килеп тә инә: “Һеҙ, нимә минең балама яза ойоштораһығыҙ? Уны хөкөм итергә һеҙгә кем хоҡуҡ бирҙе? Мин быны былай ғына ҡалдырмаясаҡмын! Кәпәстәрегеҙҙе осорасаҡмын!” – тип яр һалды.
Хәҙер уҡытыусыларҙың үҙҙәренә ниндәйерәк хөкөм көтөргә икән был хәлдән һуң? Ни өсөн юҡ-барға илаған һайын Элинаның ата-әсәһе барлыҡ ғәйепте уҡытыусыларға япһара? Ярҙам итергә теләгән психологтың да кәңәштәренә мохтаж түгелбеҙ, тиҙәр. Ә уңайы сыҡҡанда, белем биреүсе остаздарҙың биттәренән алырға балаһы ла, ата-әсәһе лә әҙер. Бала аҫтыртын эш итһә, йәғни ошаҡ ташыһа, ә уның ата-әсәһе инде, үҙегеҙ беләһегеҙ, бөтә ғәм, халыҡ алдында дау ҡуптарырға ғына тора.
Балаға яҡшы тәрбиә биреүҙе яйға һалыр урынына, ата-әсәнең барлыҡ бәләләрҙе уҡытыусыға япһарып, белем биреү мөмкинлектәрен сикләп, өҫкә яла яғыуҙар һәм нахаҡҡа ғәйепләүҙәр менән шөғөлләнеүе дөрөҫмө икән? Ни өсөн улар инде өлкән синыфтар рәтенә күскән балаһын һаман ҡанат аҫтына алып, уйлап сығарылған ел-дауылдаарҙан ҡурсалап маташа? Бында проблеманың үҙәген уҡытыусынан түгел, ә уҡыусынан эҙләргә һәм шуның өҫтөндә эшләргә кәрәклеген ниңә төшөнмәйҙәр икән?
Уҡытыусы Гөлниса апайҙың һөйләүенә ҡарағанда, был осраҡта ысынлап та, ата-әсәнең һайлаған позицияһы урынлы түгел. Элина саҡ ҡына иланымы – әсәһе мәктәп янындаа уҡытыусыларҙы “ҡарауыллай”. Ҡайһы ваҡытта хатта эштән бушамаған атаһы ла “елп” итеп хәлде асыҡларға һәм “ярҙам итергә” килеп етә.
Бер көндө төштән һуңғы дәрестәр мәлендә Элина синыфташы Илгизәнең курткаһын гардеробтан алып йәшерә. Ҡышҡы саинама һыуыҡта куркаһыҙ тороп ҡалған Илгизә байтаҡ ҡына ҡайта алмай мәктәптә тотҡарлан. Әйберҙәрен эҙләшкән уҡытыусылар ҙа хәлдән тая. Ярай шунда мәктәптең видео төшөргөсөн ҡарарға баштарына килә. Юғиһә, куртканы тағы ла оҙағыраҡ таба алмаҫтар ине. Һуңынан асыҡланыуынса, Элина куртканы үс итеп йәшергән булған. “Һеҙ минең менән дуҫлашмайһығыҙ, шуға үсегеп куртканы йәшерҙем,” – ти ул.
Ошаҡсы синыфташ менән ниндәй дуҫлыҡ була ала икән? Синыфташтары ла Элинаның үҙенән дә, әсәһенән дә шөрләп, дер ҡалтырап тора. “Туҡмаҡ”тың башы бер ғәйепһеҙ балаларға ла йыш эләгә. Бер ваҡыт ул уҫал әсәнең әрләүҙәренән Элинаның синыфташ малайы бәҙрәфкә ҡасып инеп кенә ҡотолоп ҡала.
Был 5-селәрҙең синыф етәксеһенең дә сәстәре үрә торған. Ишетеүемсә, ул ошо арала синыфынан баш тартыға йыйына. “Проблемалы” уҡыусыһы булған синыфты ҡайһы уҡытыусы үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, етәкселлек итергә теләр икән? Кемдең генә күрәләтә бәләсел ата-әсәнең хөкөмөнә эләгеп, эшһеҙ ҡалғыһы килһен икән?
Элинаның дәрескә килмәүе синыфташтары өсөн генә түгел, ә тотош мәктәп өсөн ҡыуаныс. Кеше араһында һыя белмәгән баланың бәләһе тағы ниндәй эҙемтәләргә килтереүен уйлауы ла ҡурҡыныс. Бер ғәйепһеҙ уҡытыусылар һәм ҡыҙҙың парталаш-синыфташтары йәл. Әйткәндәй, ҡайһы бер синыфташтары башҡа параллель синыфҡа, йә булмаһа, бөтөнләй икенсе мәктәпкә күсергә теләүҙәрен белдергән.
Һуңғы инциденттан һуң Гөлниса апай ҙа нахаҡҡа ғәйепләй күрмәһендәр тип, һәр дәресте видеоға яҙҙырып бара. Ә ниңә яҙҙырмаҫҡа ти? Уҡыусы ата-әсәһе менән “ҡоралланған”да белем биреүсенең дә әйтер һүҙе булырға тейештер бит.
Ынйыҡай УРАЛОВА.