+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
25 Сентябрь 2021, 14:25

Инереңдән алда сығырыңды уйла!

Һаумыһығыҙ. Хат яҙыу ҙа еңел түгел икән. Әле аҡ ҡағыҙға ҡарап әллә күпме ултырам, нисек башлап китергә лә белмәйем. Башта мең уй… Әллә барыһына ла төкөрөргә лә ҡуйырға инде. Тик ул саҡта нисек артабан йәшәрмен? Ғүмерҙә лә бындай хәлгә ҡалырмын тип уйламаным, хатта бер тапҡыр ҙа башҡа инеп сыҡҡаны юҡ ине.

Инереңдән алда сығырыңды уйла!
Инереңдән алда сығырыңды уйла!

Мин нимә эшләргә белмәйем. Нисек атай-менән әсәйгә барыһын да һөйләргә. Эх, кире ҡайтарырға ине шул төндө. Хәлем күпкә яҡшыраҡ булыр ине.

Ул төндө беҙ иптәш егеттәр менән клубҡа сыҡтыҡ. Кәйеф күтәрергә тип кибеттән һыра ла һаттыртып алдыҡ. Эскәс баш әйләнеңкерәп китте. Клубта күңелле генә йыр тора ине. Бер мөйөштә таныш ҡыҙҙар шарҡылдаша, беҙ улар янына ыңғайланыҡ. Араларында “еңел холоҡло” тип даны таралған А. исемле ҡыҙыҡай ҙа бар ине. Уға шаяртып бер-ике һүҙ әйткәйнем, теге миңә һырылды ла китте. Ул да “һыра тейәгән” булған икән. “Аҡ бейеү” ваҡытында А. менән үбешеп торғанда мин “тәҡдим” яһаным. Хәҙер, эштең нимә менән барып бөтөрөн белһәм, А. яғына әйләнеп тә ҡарамаҫ инем. Тик эш эшләнгән. Бары «ә ниңә мин?», «ниңә башҡалар түгел?», «улар ҙа шул уҡ нәмә эшләй, тик бер нәмә лә булмайҙаһа» тигән уйҙар ғына килеп инә. Ахырҙа, ултырып тороп илағы килә.

Бер аҙна элек А. миңә ауырға ҡалғанлығы тураһында хәбәр итте. Етмәһә, тестын да күрһәтте. Шул мәлдән алып аптырашта тик йөрөйөм. Хәҙер нимә әшләргә инде? Миңә ун биш йәш. Уға саҡ ҡына ун дүрт тулған. Закон буйынса мин уны кәләш итеп алырға тейешмен. Ә мин уны бер тамсы ла яратмайым! Бала атаһы булыу тураһында бер тапҡыр ҙа уйланғаным да юҡ ине. Уны нисек ҡарау, ғаилә аҫрау тураһында бер нәмә лә белмәйем.

Атай-әсәйемә нисек әйтергә? Атай туҡмаясаҡ, ә әсәйҙең йөрәге тотоп ҡуйһа? Әйтмәйенсә лә булмай. Ваҡыт бит уҙа. Әллә А. аборт яһатырға риза булырмы икән? Уның ата-әсәһе мине нимә эшләтер? Уйлауы ла ҡурҡыныс. А.-ның атаһы яңыраҡ ҡына төрмәнән ҡайтҡайны... Ғаиләләре ярлы. Әллә берәй нисек аҡса ғына биреп ҡотолоп булырмы икән? Уйлай китһәң аҫылынғы ла килеп китә, тик был бит вариант түгел!

“Аманат”, мин һеҙҙең “Мәңгелек сер” рубрикағыҙҙа төрлө сетерекле хәлдәргә ҡалған үҫмерҙәргә кәңәштәр менән ярҙам иткәнегеҙҙе уҡып киләм. Миңә лә берәй кәңәш бирегеҙсе, зинһар! Йәки, һис булмаһа, атай-менән әсәйемә барыһын да һөләп бирергә ярҙам итегеҙ. Мин бер үҙем генә бында бер нәмә лә эшләй алмамдыр ул.

Марат.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: